Буранбай Исҡужин шиғыры, Юлай Үҙәнбаев көйө.
Алһыу Бәхтиева:
- Сибай драма театрына эшкә ҡайттым. Беренсе спектаклем Буранбай Исҡужин әҫәре буйынса ҡуйылған "Һуңғы аҡсарлаҡ" драмаһы булды. Мин Әсифә ролен башҡарҙым. "Һуңғы аҡсарлаҡ" йыры ошо спектаклдән. Буранбай Исҡужиндың шиғырына бер нисә композитор көй яҙып ҡараны. Был конкурс ине. Спектакль өсөн Юлай Үҙәнбаевтың көйөн һайланылар. Башҡарғандан һуң йыр халыҡ араһында популяр булып китте.