Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәре, Наил Шәймәрҙәнов көйө.
Наил Шәймәрҙәнов:
- Кәүсәриә апайҙың был шиғырын уҡыным да, күңелдә шунда уҡ көй тыуҙы. Мин дә ҡоштар яратам. Кәүсәриә апай 3 йәшенән хәрәкәт итә алмаған. Ғүмер буйы арбала ултырырға мәжбүр булды. Ҡоштар кеүек ҡанатланып осорға, һауаларҙы иңләргә хыялланғандыр, күрәһең. Уның ҡоштарға арналған йырҙары бихисап. Был йыр тыуған яҡ, атай нигеҙе, уның тартыу көсө тураһында. Яратып башҡарам. Ә бына Хәсән Усманов уны хит итте.