Айҙар Хәмзин менән осрашыу

Тыуған ереңдән ни тиклем алыҫыраҡ, шул тиклем ватаныңа көслөрәк береккәнеңде аңлайһың. Башҡорт көй-моңдары яңғыраған, бейеүҙәре гөрләгән урындарҙы эҙләйһең. Композитор Айҙар Хәмзин Мәскәү йондоҙҙары өсөн генә түгел, алыҫ араларға ҡарамаҫтан Башҡортостан өсөн дә ижад итеүен дауам итә. Үҙемә лә Айҙар менән эшләү бәхете тейҙе. New York film festivals конкурсында  еңгән фильмыма музыканы, әйткәндәй, Айҙар яҙған ине. Тамыр студияһына сираттағы ТЭФИ кубогын алып килгән “Шүлгән” телевизион әкиәтенең композиторы шулай уҡ Айҙар Хәмзин. “Пастели”, “Ҡырағай” фильмдарының титрҙарында ла башҡорт егетенең фамилияһын күрәсәкһегеҙ.

Айҙар Хәмзин – халыҡ артисы Ғәли Хәмзиндың улы. Йондоҙ булып таныла башлағанда ғына ул ҙур ҡала – Мәскәүгә юллана. Нимә әйҙәй уны, нимә көтә? Самолеттан төшөү менән сағыу софиттар утынамы,  әллә һоро көндәлек ҡараңғылығына күмеләме Айҙар? Норвегияла халыҡ ара-конкурсына сығырға йыйынғанда Айҙарға ҡунаҡҡа инеп, ғәҙәттәгесә тормош фәлсәфәһенә күмелеп алдыҡ.

 

 

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Мәскәү һөйләй
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Мәскәү һөйләй
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
Мәскәү һөйләй