Новости

Дарыу һаман башты ауырттыра

Башҡортостанда "Госаптека" дарыуханаларында һатылған препараттарҙың 70 проценты башҡа фармацевтика учреждениеларында һатылғандан ҡиммәтерәк тора. Контроль-иҫәп палатаһы "Башфармация" дәүләт предприятиеһында тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Компанияның ваҡлап һатыу ...

05 мар, 04:40

"Ағиҙел" быйыл да чемпионлыҡҡа дәғүә итә

Хоккей буйынса "Ағиҙел" ҡатын-ҡыҙҙар командалары өсөн плей-офф уйындары 16 мартта старт ала. Был көндө баш ҡала клубы Түбәнге Новгородта СКИФ хоккейсылары менән осраша. Икенсе уйын Өфөлә 19 мартта уҙа. Финалға сығыр өсөн командаларҙың береһе ике еңеү яуларға тейеш. "Ағиҙел" -...

05 мар, 04:16

Рәсәйҙә яңы нормалар көсөнә инде

Баҡса участкаһында төҙөлөш башланыуы, йә йорттағы реконструкция тураһында мотлаҡ рәүештә властарҙы иҫкәртергә кәрәк. Бындай тәртип мунса һәм мал ҡураһы төҙөлөшөнә ҡағылмай. 1 марттан урамдар сатында махсус шаҡмаҡлы һыҙатта биш секундтан оҙағыраҡ туҡтап ҡалған водителд...

05 мар, 03:50

Теләк булһа, эш ҡарышмай

Башҡортостанда иң төҙөк ауыл, ҡала һәм райондарҙы билдәләйҙәр. Республикала "Иң яҡшы муниципаль берәмек" конкурсы иғлан ителде. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә. Документтар 20 мартҡаса ҡабул ителә. Төбәк этабында иң яҡшылары тип табылған ауыл, ҡала һәм райондар Б...

05 мар, 03:15

Өфөлә тимер юл вокзалына реконструкция эшләнә

Киләсәктә Зубово, Зинин, Нуғай һәм Шамонин ауылдары аша ҡала электричкаһын ебәреү планлаштырыла. Шулай уҡ тимер юл вокзалы бинаһы матурлана, платформалар күтәртелә. Былар барыһы ла пассажирҙар өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек булдырыу маҡсатында эшләнә. Реконструкцияны 20...

05 мар, 02:32

Күп балалы әсәләр тәбрикләнә

Республика Хөкүмәтендә бөгөн күп балалы әсәләрҙе бүләкләйҙәр. Был юлы “Әсәлек даны” миҙалы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тура килтереп тапшырыла. Башҡортостанда 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙе бүләкләү йолаһы 1998 йылдан үткәрелеп килә. 20 йыл дауамында 7 м...

05 мар, 02:07

Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Өфөлә ваҡытлыса урынлашыу өсөн 54 пункт, 11 күҙәтеү посы һәм 24 ташҡынға ҡаршы штаб ойоштороу күҙаллана. Әле баш ҡала биләмәһендә 12 гидротехник ҡоролма урынлаштырылған. Бөтә ҡоролмаларҙа ла ревизия үткән, улар яҙғы ташҡынға әҙер тип табылған. Павловка гидроэлектростанцияһы...

04 мар, 15:43

Өфөлә дәүләт циркы 2 йылдан һуң асыла

Өфөлә Дәүләт циркын асыу ваҡыты билдәле булды. Әле унда реконструкция бара. Цирк директоры Гүзәл Туҡтарова әйтеүенсә, тәүге тамаша 2020 йылдың февралендә була. Баш ҡалала дәүләт циркы 1968 йылда асыла. Һуңғы тапҡыр 90-сы йылдар уртаһында ремонтлана.

04 мар, 14:27

Ҡырымда ял иткән Сибай балалары ҡайтырға йыйына

6 мартта Симферополь аэропортынан Магнитогорск ҡалаһына ике рейс яһала. Әлеге ваҡытта Евпаторияла "Хыял" шифаханаһында Сибайҙан 250 бала ял итә. Улар өсөн дауалауҙан тыш, бай экскурсия программаһы ойошторолдо. 10 мартта Сибайҙан икенсе төркөм балалар Ҡырымға юлға сыға.

04 мар, 13:35

Радий Хабиров :"Халыҡ йыйылыш үткәреп, ауылда суррагат араҡы һатыуҙы тыйырға ҡарар итә "

Республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡайһы бер ауылдарҙа иҫерткес эсемлектәргә ҡаршы көрәш башланыуы тураһында белдерҙе.

04 мар, 13:15

Өфө баскетболсылары рәттән 30 уйында еңеү яуланы

"Уфимец" командаһы Магнитогорскиҙа "Динамо" менән беренсе уйын үткәрҙе. Ул Өфө баскетболсылары файҙаһына 84-71 иҫәбенә тамамланды. Шулай итеп, "Уфимец" Суперлиганың икенсе дивизионында рәттән 30 уйында еңеү яулай. Турнир теҙмәһендә Өфө егеттәре беренсе урында килә. Бөгөн ком...

04 мар, 12:43

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсына йомғаҡ яһалды. Награда алыусылар араһында "Аҡ тирмә" үҙәге йәмәғәт ойошмаһы ветераны Ләлә Биишева, "Тамыр" балалар телестудиһына нигеҙ һалыусы, Луиза Фархшатова, телевидение мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғәббәсова, 112-се башҡорт ...

04 мар, 12:11

Рәфис Нурмөхәмәтовты Батырлыҡ ордены менән бүләкләйҙәр

Учалы фажиғәһендә һәләк булған майор Рәфис Нурмөхәмәтовты Батырлыҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Ул кеше ғүмерен һаҡлап һәләк була. Мәрхүмдең класташтары награда тапшырыу тураһында Эске эштәр министрына мөрәжәғәт иткәс, хатҡа бик күп кеше ҡул ҡуя, - тип хәбәр итә “Учалинска...

04 мар, 11:49

“Башавтотранс” 177 автобус һатып аласаҡ

Әле уның планы раҫлана. Документҡа берҙәм транспорт картаһын индереү, тариф сәйәсәтен әҙерләү, составты яңыртыу кеүек саралар инә. Был хаҡта республика Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңы автобустар килгәс, иҫке транспорт иҫәптә...

04 мар, 11:32

Финанс пирамида ойоштороусы тотолдо

Башҡортостанда финанс пирамида ойоштороусы халыҡты 113 миллион һумға алдаған. Республика Прокуратураһы 64 йәшлек ҡатынға ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Мутлашыусы ханым 7 кредит-ҡулланыусы кооператив ойошторған. Офистар Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел ҡалалары һәм ете районда асылға...

04 мар, 11:12

Республикала "Тыуған урам" программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ

Башҡортостанда “Тыуған урам” тип аталған яңы программа ҡабул ителә. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. "Пусть это будет хоть 200 метров или 1,5 км, но она должна иметь асфальтовое покрытие, чтобы сельские жители чувств...

04 мар, 10:44

Кредит түләр өсөн кредит алһаҡ...

Башҡортостан халҡының кредиттары буйынса 207 миллион һум бурысы йыйылған. "РИА Рейтинг" агентлығы ил төбәктәрендә граждандарҙың банктан заемды кире ҡайтарыу мөмкинлеген баһалаған. Беҙҙең республика исемлектә 24-се урынға ҡуйылған. 2018 йылда халыҡтың бурысы 25 миллион һумға ...

04 мар, 10:31

Республика спортсыһы Ҡышҡы Универсиадала көмөш миҙал яуланы

Красноярскиҙа Ҡышҡы Универсиадала бөгөн 10 миҙал уйнатыла. Саңғы уҙыштарында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында ла Рәсәй вәкилдәре бөтә призлы урындарҙы яуланы. Биатлонда ла беҙҙең ҡыҙҙар алтын, көмөш һәм бронзаға лайыҡ булды. Ир-егеттәр араһында шәхси уҙышта Никита По...

04 мар, 10:08

Халыҡҡа ағас бүлеү тәртибендә үҙгәрештәр була

Ошо турала Ҡариҙел районында үткән Урман форумдында әйтелде. Бөгөнгә республикала ағас алыуға электрон сиратта 12 мең кеше тора. Уларҙы ағас менән тәьмин итеү өсөн кәмендә 8 йыл талап ителәсәк. Әммә ағас алыусыларҙын өстән ике өлөшө уны маҡсатҡа ярашлы тотонмай. Шуға прогр...

04 мар, 09:49

Үлемесле юл ҡазаларын махсус комиссия тикшерәсәк

Башҡортостанда үлемесле юл ҡазаларын махсус комиссия тикшерәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ошондай саралар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметер һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыр, тип иҫәпләй етәкселәр. Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында ...

04 мар, 09:37