ЯҢЫ ЮЛ 1

Юлдаш радиоһында Яңы проект-"Яңы юл"!

Фото №1 - ЯҢЫ ЮЛ 1

 

Ул реалити проект һәм "Сәләмәт тормош" ("Здоровая жизнь") наркотиктарға һәм эскелеккә бәйлелеге булғандарҙы реабилитациялау үҙәге менән берлектә әҙерләнә. Ни өсөн Реалити, сөнки беҙ унда йәшәүселәрҙең бер нисәһен төп ҡатнашыусы итеп алып, уларҙың хәл торошон, дауаланыуын аҙналар буйы күҙәтәсәкбеҙ, күҙәтәбеҙ. Нимәләр мөһим? Беренсенән, бөгөн яңы наркотиктар, курительная смесь тип аталып йөрөтөлгән матдәләр, порошоктар тураһында һирәктәр хәбәрҙәр. Спайс, соли, дживиаш, фен, скорость-һәм башҡалар хаҡында ата-әсәләрҙең ишеткәне бармы икән? Ә йәштәр уларҙы күпләп ҡуллана. Сөнки арзан, аҙым һайын алырға мөмкин, айырым форумдар эшләй, пробниктары бушлай таратыла. Йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн бар ысулдары ҡулланыла-пробниктарҙан алып, үҙең артыңдан бер нисә кешене йәлеп иткән өсөн бушлай биреү, аҡсалы кешеләргә махсус һөжүм итеү, дуҫтар күпләп ултырта ул сиргә. Икенсенән, уның билдәләре артыҡ билдәле түгел. Йыш ҡына балаһының кәйефе үҙгәреүен, күҙҙәре ҡыҙарыуын, ашауҙан, йоҡонан ҡалыуын ата-әсә һиҙмәй. Ә йәш кеше кәйеф күтәреңкелегәндә һин дә мин йәшәй, уҡый, эшләй. Соли, скоростарҙан һуң 7-8 тәүлек йоҡламай йөрөй ала. Көндәр буйы ашамай, тәьҫире кәмей башлағанда ҡомһоҙланып барыһын да ашай, спайстарҙан һуң да шул уҡ хәл. Ул күрер күҙгә генә күренә. Иҫәнгерәп китеп, сәғәттәр буйы бер мөйөшкә ҡарап ултыра ала һ.б./Билдәләрен һәр тапшырыуҙа ентекле аңлатабыҙ/ Өсөнсөнән, әгәр бер тапҡыр булһа ла, улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы шул хәлдә тотһағыҙ, кеҫәһендә үлән йә порошок тапһағыҙ, саң ҡағыр кәрәк! Күп тә кәм дә түгел, был-ҮЛЕМ. Бер нимәһе лә юҡ уның тигәнгә ышанмағыҙ, алкокоголь, йә хатта героин йә кокоиндан айырмалы рәүештә, бында һүҙ тулыһынса юҡҡа сыҡҡан мейе күҙәнәктәре хаҡында бара. Соли, скоростар яйлап кешене юҡҡа сығара. Ә иң ҡурҡынысы, бер-ике ҡулланғандан һуң кеше уға өйрәнә!!! Дүртенсенән, уны ҡулланыуысы уға “ултырыуын” белмәй һәм сирле икәнен иңҡар итә. Уға рәхәт һәм вәссәләм! Бишенсенән, беҙ тыңлаусыға шуны еткерергә теләйбеҙ-наркоман, айырыуса наркотиктарҙың яңы төрҙәрендә ултырыусылар-улар упҡынға тәгәрәгән, социаль яҡтан йәшәү кимәле түбән, насар ғаиләнән сыҡҡан балалар түгел, ә сирле, бер-ике ҡулланғандан ошо хәлгә төшкән ҡәҙимге кеше! Үҙәктә насар ғаиләнән тигән балалар бөтөнләй юҡ, ата-әсәләре уҡытыусылар, инженерҙар, һатыусылар, ғалимдар, башҡалар. Ә тағы ла ата-әсәһе оҙаҡ ваҡыт тәүҙә белмәй, унан йәшереп, инде хәл киҫкенләшкәс, реаблитация тураһында уйланған кешеләр. Детоксикация, имселәр-әбейҙәр, уколар бер кем, бер нимә ярҙам итмәйәсәк, бары тик оҙайлы дауаланыу, сөнки һүҙ психологик етешһеҙлек, психик тотороҡһоҙлоҡ хаҡында бара. Үҙ аяғы менән дауаланам тип килгәндәр һирәк, ә мотивация процесс барышында килә, шуға ла ата-әсәләр быны мәжбүри рәүештә эшләргә мәжбүр. Һуңламау-беренсе сиратта! Ә унан һуң серияларҙың барыһын да күҙәтеп барып, һығымта яһай алаһағыҙ.

 

Һорауҙар һәм консультация өсөн 2516579 

Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Яңы юл
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Яңы юл
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Яңы юл
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии