Заман һәм беҙ

"Мин симфонияны ун ике йәшемдә, ауыл Советы эргәһендәге бағанға эленгән репродукторҙан ишеттем. Уны һәр көн тапшыра торғайнылар. Фронтта полкташым уны фортепьянола уйнап ҡыуандыра торғайны", тип күңелен аса Мөхлис ағай Башҡортостанға Германиянан килгән ҡунаҡтарға. Уның  яратҡан композиторҙары - Бах, Гендель, Штраус, Мендельсон, Шуберт, Бетховен. Әммә  Марсель Ҡотлоғәлләмовтың "Болот ала, яуын ҡала" тип исемләнгән очерегының геройы һис тә сәнғәт кешеһе түгел, ә яу юлдарын үткән, һуңынан республикабыҙҙа ауыл хужалығын күтәреүгә күп көс һалған Мөхлис Шакиров. 
05 май, 12:54

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР