Стәрлетамаҡ мәктәбенә һөжүм иткән үҫмерҙең адвокаты хөкөм сараһын ҡайтанан ҡарауҙы һорай

Стәрлетамаҡта мәктәпкә бысаҡ менән һөжүм иткән 17 йәшлек егеттең адвокаты, үҫмер тикшереү изоляторында ултырырға тейеш түгел, тип иҫәпләй. Адвокат Сергей Чирков үҙ яҡлаусыһына ҡарата хөкөм сараһын ҡайтанан ҡарауҙарын һорап апелляцион ялыу бирә. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.

Ялыуҙы Башҡортостандың Юғары судында 28 апрелдә ҡараясаҡтар. Адвокат билдәләүенсә, үҫмер медицина белешмәләре менән нығытылған психологик сир менән яфалана. Әлеге ваҡытта, егеттең тикшереү изоляторында ултырыуы сәбәпле, ул тулы кимәлдә дауалау курсын ала алмай. Бынан тыш, үҫмер уҡыуын дауам итә алмай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә 18 апрель иртәндә теркәлде. Үҫмер информатика бүлмәһенә килеп инеп, уҡытыусыһына, синыфташына бысаҡ менән ташлана, артабан бүлмәгә ут төртә. Икенсе синыфташ ҡыҙы, ҡурҡышынан,тәҙрәнән һикерә. Бөгөнгө көнгәсә зыян күреүселәр дауаханала ята. , ғәҙәттән тыш хәл Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә 18 апрель иртәндә теркәлде. Үҫмер информатика бүлмәһенә килеп инеп, уҡытыусыһына, синыфташына бысаҡ менән ташлана, артабан бүлмәгә ут төртә. Икенсе синыфташ ҡыҙы, ҡурҡышынан,тәҙрәнән һикерә. Бөгөнгө көнгәсә зыян күреүселәр дауаханала ята.