Төҙәтеүҙе күҙәтеү

Төҙәтеүҙе күҙәтеү

Асыҡ студия
Төҙәтеүҙе күҙәтеү
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Бик ҙур, президент Путиндың 15 ғинуарҙағы йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенән һуң телдән төшмәгән, һәм төшмәүе, беҙҙең ҡарамаҡҡа, тик файҙаға ғына эшләгән, мәсьәлә буйынса булыр бөгөн һөйләшеү. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы күҙҙә тотола бында, ә уның һәр һүҙе, хәрефе генә түгел, тыныш билдәһе лә мөһим, сөнки, беренсенән, Төп закон, икенсенән, бәғзе дәүләттәрҙекенән айырмалы, тура тәьҫирле, илдең бөтә биләмәһендә ҡулланыла, өсөнсөнән, үҙгәрештәр һирәк индерелә һәм бының айырым тәртибе бар.

Төҙәтмәләр байтаҡ һәм һәр береһе ифрат әһәмиәтле, 20 ғинуарҙа Дәүләт Думаһына тапшырылды, 23-өндә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Ләкин был — оло процестың башы ғына, сөнки тәүге уҡыу башҡа проекттар ҡаралғанда ла — түбәнге баҫҡыс ҡына, техник ғәмәл тиергә лә мөмкин, ә төп эш, ентекле тикшереү шунан һуң китә. Һәм әле бара ла: яңы тәҡдимдәр ҡарала, илдең Йәмәғәт палатаһында ла, төбәктәрҙәге ошондай ойошмаларҙа ла, закон сығарыу органдарында ла башҡарыла. Тәҡдимдәрҙе тапшырыуҙың 14 февралгәсә оҙайтылғаны билдәле. Закон буйынса бөтә эштең өс айҙан ашыуыраҡта тамамланырын белдерҙе кисә президент, шулай тигәнендә 1993 йылғы яңы Төп закондың алты ай һәм бер аҙнала әҙер булғаны иҫкә төшөрөлдө.

Артабан Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов менән һөйләшәбеҙ.

Расуль Сагитов
Коронавирус
Коронавирус
Асыҡ студия
Бала һәм компьютер.
Бала һәм компьютер.
Асыҡ студия
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Асыҡ студия
;