Студия ҡунағы – ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллина.
«Хәбәрсе яҙмалары»нда - Силәбе өлкәһенән әҙерләнгән яҙма. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүе буйынса, Силәбе өлкәһендә 160 меңдән ашыу милләттәшебеҙ көн итә. Иң күп башҡорттар йәшәгән ҡала - Магнитогорск, Силәбе, шулай уҡ Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәр Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай. Төбәктә йәшәүсе башҡорттарҙың 90 проценты үҙ телен белә һәм балаларына ла әсә телен, тарихын һәм мәҙәниәтен ныҡлап өйрәтеү яғында.
Пермь крайынан әҙерләнгән репортаж да сит төбәктә йәшәүсе рухлы милләттәштәр тормошон байҡай. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Пермь крайында 40 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Пермь крайында 30 мең тирәһе ғәйнә ырыуы вәкиле һәм 6 меңдән ашыу танып ырыуы вәкиле йәшәй. Улар үҙҙәренең тарихын, телен һәм нәҫел шәжәрәһен ныҡлы һаҡлай, быуындан-быуынға тапшыра килә.
Гость программы: доктор философских наук, профессор, заслуженный деятель науки Республики Башкортостан, депутат Государственной думы Российской Федерации VI - VII созыва, действительный член Российской академии естественных наук. Автор более 400 печатных работ, в том числе монографий и учебных пособий, по проблемам философии культуры и воспитания Зухра Рахматуллина.
В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары» - сюжет из Челябинской области, где проживает наиболее многочисленная группа этнических башкир. По последним данным переписи населения – свыше 160 тысяч башкир. Сегодня из всех башкир, проживающих на территории Челябинской области, родным языком владеют примерно 90%. Большая часть знающих язык, проживает в Аргаяшском и Кунашакском районах. Башкиры Челябинской области относятся к этнической группе Зауральские башкиры. Основу их формирования составляют племена северо-восточной этнографической группы башкир.
В рубрике «Рухиәт» сюжет из Пермского края, где проживает более 40 тысяч башкир. Башкиры — коренное население края, компактно проживают преимущественно в пределах Бардымского района. Среди них таныпские, ирактинские, катайские башкиры. Но больше всего в регионе потомков племени Гайна. Их порядка 30 тысяч человек.