Башкорттар. Выпуск от 25.12.2021

Студия ҡунағы - Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы. Ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты.

«Хәбәрсе яҙмалары»нда һүҙ башҡорт әҙәби теле тарихы тураһында бара. Борондан башҡорттар әҙәби төрки теленең төбәк варианты — Урал-Волга буйы төрки теле менән файҙаланған. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле XX быуат башында Урал-Волга буйы төрки теленең боронғо яҙма традициялары менән халыҡсан һөйләш теле һәм фольклор теле ҡатнашмаһы нигеҙендә хасил була. Хәҙерге әҙәби тел нигеҙҙә башҡорт теленең көньяҡ диалектының фонетик үҙенсәлектәрен сағылдыра, ләкин көнсығыш диалекттың төп лексикаһы менән ҡайһы бер үҙенсәлекле һыҙаттарын да үҙләштергән.

«Рухиәт» рубрикаһы геройы – Лилиә Шәймәрҙәнова. Ул мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн башҡорт телендә дидактик уйындар эшләй. Балаларҙың телмәрен, аң-зиһенен, хәтерен, ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән дидактик уйындар карточкалары ата-әсәләрҙә ҙур һорау менән файҙалана.


Гость студии - государственный и общественный деятель, учёный-филолог, журналист, преподаватель университета. Кандидат филологических наук. Председатель Президиума Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир». Депутат Государственной Думы Российской Федерации 8-го созыва Аиткулова Эльвира Ринатовна.

В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары» - сюжет о формировании и особенности башкирского литературного языка. Башкирский литературный язык — исторически сложившаяся и развивающаяся разновидность башкирского языка, представленная в многочисленных и разнообразных текстах с определенными характерными признаками. Издревле башкиры пользовались региональным поволжским вариантом литературного языка тюрки́. В ходе многочисленных дискуссий в начале XX века формируется современный литературный башкирский язык, который отражает фонетические особенности южного диалекта башкирского языка, но усвоил и основную лексику и некоторые отличительные черты восточного диалекта.

Герой рубрик «Рухиәт» - Лилия Шаймарданова, которая изготавливает развивающие карточки на башкирском языке для детей дошкольного возраста. Карточки на липучках развивают у ребенка зрительное восприятие, мелкую моторику, логику и речь.

Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями