117-се мәктәп ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Әле бында ике меңгә яҡын бала белем ала. Өҫтөнлөк сит телдәрҙе өйрәнеүгә бирелгән. Икенсе синыфтан уҡ бында инглиз, артабан немец һәм француз телдәре уҡытыла. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы тупланған. Бина ғына ваҡыт үтеү менән таушала төшкән.
Әлфиә Мәмбәтова 117-се мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Ҡыҙы белем усағының икенсе синыфында уҡый. Ҡышҡы каникулдан һуң ул синыф бүлмәләренең һыуыҡлығын тойоп социаль селтәрҙә фекер ҡалдыра.
Әлфиә ханымдың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәте көтмәгәндә иғтибарға алына. Һыуыҡ синыфта стеналарҙы йылытыу буйынса өҫтәлмә саралар күрергә ҡушыла. Йылытыу материалдары һатып алынған. башланғыс синыф уҡыусылары уҡыған 310-сы бүлмәлә ремонт эштәре башланып тора. Хеҙмәткәрҙәр уны аҙна аҙағына тамамларға иҫәп тота.
117-се мәктәп ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Әле бында ике меңгә яҡын бала белем ала. Өҫтөнлөк сит телдәрҙе өйрәнеүгә бирелгән. Икенсе синыфтан уҡ бында инглиз, артабан немец һәм француз телдәре уҡытыла. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы тупланған. Бина ғына ваҡыт үтеү менән таушала төшкән. Шулай ҙа синыфтарҙа температура талап ителгән нормаларҙан түбән төшкәне юҡ, ти белем усағы вәкилдәре. 2-се" Г "синыфы уҡыусыларының да кәйефе көр. Көтмәгәндә улар уҡыған бүлмә яңыртыла.
Әммә 117-се мәктәптәге мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә ҡала. Проблема системанан тулыһынса хәл ителгәндән һуң ғына төшөп ҡала.
Өфөнөң Совет районына ҡараған йәнә бер белем усағы - 115-се гимназияла ла оҡшаш хәл. Ҡышҡы каникулдан һуң ата-әсәләр комитеты вәкилдәре синыфтарҙың һалҡын булыуына борсолоу белдереп, социаль селтәр аша республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.
115-се гимназия урынлашҡан бина ла 50 йыл элек сафҡа ингән. Белем усағы республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә тиҙҙән төҙөкләндерелергә тейеш. Шуға ҡарамаҫтан белем усағында ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә битараф ҡалмағандар. Мәктәптә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йылытыу системаһы камиллаштырылған.
Инцендент системаһына мөрәжәғәт ҡабул ителгәндән һуң район-ҡала етәкселегенә 3 сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем ваҡыт бирелә. Проблема тулыһынса хәл ителгәндән һәм халыҡ тулы яуап алғандан һуң ғына иғтибарҙан төшөп ҡала. Совет районында урындағы власть вәкилдәренең социаль селтәрҙә эшләү тәжрибәһе ҙур. Муниципаль берәмек вәкилдәре глобаль селтәр аша килгән һәр мөрәжәғәтте иғтибарға ала.
Совет районында "Инцидент" системаһы өсөн Луиза Шәптиева яуаплы. Программа эш башлағандан алып муниципаль берәмеккә 300-ләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһенә ҡағыла. Луиза ханым район һулышын тойоп эш итә.
Башҡортостан чиновниктары социаль селтәрҙәр ярҙамында проблемаларҙы тиҙерәк хәл итә башлаған. Республика етәксеһе бындай аралашыу майҙансығына айырым иғтибар кәрәклеге тураһында белдерҙе, халыҡ ҡайҙа, власть шунда булырға тейеш тип билдәләне Радий Хәбиров. Социаль селтәрҙәр аша 60 меңдән ашыу проблема асыҡланған.Уларҙың бер өлөшө хәл ителгән дә инде.
Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.