Минең Рәми, 2022

Конкурс тураһында

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарындағы № УГ-15 «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» Указына ярашлы уҙғарыла.

Конкурс 2022 йылдың 12 февраленән декабренә тиклем өс этапта уҙғарыла: беренсе этап — конкурс эштәрен ҡабул итеү, икенсе этап — телевизион конкурс
һәм өсөнсө этап — конкурстың финалы.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар компанияһы.

Оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирегеҙ!

Тауыш биреү тәртибе

Тауыш биреү 2022 йылдың 26 авгусынан 26 сентябренә тиклем.

Тауыш биреү лайктар буйынса бара. Һәр категориялағы ҡатнашыусы өсөн тәүлегенә бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Бер тәүлектән һуң һеҙ оҡшаған ҡатнашыусы өсөн йәнә тауыш бирә алаһығыҙ.