Парламенттарҙа йыл миҙгелдәре дүртәү түгел, икәү генә икәнлеген беләбеҙ: көҙ ҙә яҙ. Етмәһә яҙ яңы йыл үтеү менән үк, ыжғыр һыуыҡ өтһә лә, башлана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайында ла көҙгө сессия асылды һәм, хәбәр ителгәнсә, кисә тәүге пленар ултырыш уҙҙы. Көтөлгән төп мәсьәлә республика Премьер-министрын раҫлау ине, сөнки вазифа бурыстарын ғәмәлдә башҡарыу булды, ә рәсми тәғәйенләү йыл буйы бойомға ашмай килде. Эштең йөкмәткеһенә был әллә ни йоғонто яһамағандыр, ләкин йөктө ихласлап тартыу өсөн рәсми таныу барыбер ҙә кәрәк, тигән фекер ныҡ. Премьеры тәғәйенләнгәс, ғәҙәттә, хөкүмәт үҙе лә үҙгәрә, һәм ниндәйҙер айырым алмаштырыуҙарҙың булыры асыҡ, әммә ҙурҙан алғанда, элекке структура һаҡланып ҡалыр, һәм шул хаҡта белдерелде лә инде.
Хөкүмәт ни менән шөғөлләнергә тейеш? Ябай әйткәндә, халыҡтың тормошон мөмкин тиклем яҡшыртырға тырышырға, әлбиттә. Һәм хөкүмәт етәксеһе кисәге ултырыштағы сығышында быны нисек тормошҡа ашырырға уйланылғанын иғлан ҡылды ла.
Ҡайһы бер һандарҙы ғына атап үтәйек. Тулайым төбәк продуктын 2024 йылға кәмендә бер ярым тапҡырға арттырырға. Бының өсөн инвестицияларҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк. Дүрт йыл эсендә сәнәғәт етештереүен 25 проценттан да кәм булмаған кимәлдә күтәрергә. Ауыл хужалығы продукцияһын ситкә сығарыуҙы ике мәртәбә үҫтереү бурысы ҡуйыла. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта эшләгәндәр һанын 555 меңгә еткереү ниәте лә бар, һәм быға ҙур диҡҡәт ҡылыу дөрөҫ — йүнселдәре күп дәүләт кенә йүнле.