"Асыҡ студия"

Яңы ҡағиҙәләр йомшаҡтарҙан түгел

Асыҡ студия
"Асыҡ студия"
Асыҡ студия

1 сентябрҙән водитель таныҡлығы тартып алынмай. Шулай ҙа закон боҙоусыға материал төҙөр алдынан беҙ уның водитель таныҡлығын тикшерәсәкбеҙ. Таныҡлыҡ ғәмәлдәме,  түгелме? Штрафтар түләнгәнме, түләнмәгәнме? Кеше розысктамы,  юҡмы? Закон боҙоу осрағы ҡабатланамы, юҡмы – был иҫәпкә алынасаҡ. 

Бер тапҡыр закон боҙған кеше ғүмерлеккә базала ҡала. Ошоно һәр кем иҫтә тотһон ине. Шулай уҡ штрафтарҙы ваҡытында түләп барыу күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарыр. ГИБДД порталында һәр кеше үҙенең бурыстары хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Машинаның дәүләт номерын, теркәү таныҡлығын индереү етә. Штраф түләгәндән һуң, квитанцияны үҙегеҙ менән йөрөтөү яҡшыраҡ.

Мөмкинлек булғанда көндөҙ йөрөүең хәйерле

Беҙҙең анализдар буйынса, юл һәләкәттәре ғәҙәттә төндә була. Рулдәгеләр быны хәтерҙә тотоп, айырыуса иғтибарлы булһындар ине. Айырыуса ямғырлы көҙгө төндәрҙә. Шулай уҡ арыған килеш юлға сыҡмау яҡшы.

Айныҡ өгөтө иҫереккә кермәй

Өфөлә 380 мең автомашина бар. Иҫкәртеү саралары күрелеүенә ҡарамаҫтан, көнөнә эскән килеш 20-нән 40-ҡа тиклем  водитель тотола. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ промилле. Шулай ҙа беҙҙең төп бурыс – иҫеректәрҙе юлға сығармау.

Радарҙар алдамай

Камераларҙың дөрөҫ эшләүенә шик менән ҡараусылар ҙа бар. Уларҙың барыһы ла йыл һайын тест үтә. Муляждар ҙа бар, әлбиттә.  Яңы камералар ҙа эшләй башланы.  Уларҙы хатта антирадар ҙа алмай. Әлегә ул тест режимында. Тулы ҡанлы эшләй башлағас, һөҙөмтә бик шәп булырға тейеш.

Дәүләт инспекторы закон нигеҙендә эшләй

ГИБДД инспекторҙары юҡҡа бәйләнә, тигән һорауға яуап биргәндә, инспекторҙың һәр әйткән һүҙе, хәрәкәте видеорегистраторҙа яҙылып барыла. Кемдер аҙаҡтан баш тарта башлаһа, һәр нәмәне иҫбатларға мөмкин.

Фото №1 - "Асыҡ студия"
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ