Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова менән әңгәмә.

Һайлаусыларыма һәм коллегаларыма күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт әйткем килә. Үткән саҡырылышта парламентта эшләү минең өсөн ҙур тәжрибә булды. Шул уҡ ваҡытта ҡәнәғәтләнмәү тойғоһо ҡалды. Үткән саҡырылышта беҙ берҙәм, матур команда булып эшләнек, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әҙ генә замандан артта ҡалыу, бигерәк тә ауыл хужалығы мәсьәләләренә килгәндә, дөйөм алғанда тамырынан үҙгәртеп эшләүҙе күҙаллап, эшләп өлгөрә алманыҡ. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тамырынан тотоп заманса хәл итергә кәрәк.

Асыҡ студия
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова менән әңгәмә.
Асыҡ студия

Депутат һәр эшмәкәрлекте хоҡуҡи яҡтан көйләй

Һәр нәмәнең хоҡуҡи нигеҙен булдыра. Һайлау алды осрашыуҙарында беҙгә халыҡ тарафынан бик күп теләктәр, тәҡдимдәр әйтелде. Беҙ һәр ауыл нисек йәшәй, бөтәһен дә беләбеҙ. Депутаттың эшмәкәрлеге ике яҡлы, ул халыҡ араһында булырға бурыслы.

Ҡайһы бер мәсьәләләр менән Дәүләт Думаһына сығырға кәрәк

Шуларҙың бер нисәһен әйтеп үтер инем. Ҡатындар декрет ялында ултырғанда йәш ярымға тиклем генә пособие ала, өс йәшкә тиклем оҙайтыу йә шул декрет ялында ултырған ваҡытты дөйөм хеҙмәт стажына индереү - былар бөтәһе лә федераль кимәлгә сыға торған осраҡтар. Үкенескә күрә, Дәүләт думаһы үткәргән был сәйәсәт демографияға һәм ғөмүмән ғаиләгә, ҡатын-ҡыҙға ҡаршы сәйәсәт, тип баһаларға мөмкин. Шуға күрә беҙ ошоно хәл итмәйенсә, демографияны ла яҡшырта алмайбыҙ. Сөнки әгәр әсә биш бала таба икән, ул ун йыллап декрет ялында була һәм һуңыраҡ, әйтәйек, бер бала тапҡан ҡатын менән сағыштырғанда, ул тағы ла ун йыл эшләргә тейеш. Бындай мәсьәләләр байтаҡ.

Халыҡ ниндәйҙер хоҡуҡи мәсьәләләрҙе белеп бөтмәй

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ниндәйҙер ерҙе арендаға алып та хәл итергә була, ә улар бөгөнгө көндә быға әҙер түгел. Хәйбулла районында Татырүҙәк тигән ауыл бар, дала яғында ни тиклем ҡоролоҡ булмаһын, унда иген, бесән уңа, ә унда эшләгән фермерға бөгөнгө көндә 60 йәш. Һайлау алды барышында районға 73 млн аҡса бүленде, 250 миллионға тиклем, кире ҡайтарырға ла түгел, үҙ эшен асырға теләүселәргә. Беҙ шуны ауыл һайын әйтеп йөрөнөк. Ләкин теләгән, күҙҙәре янып киткән кешеләр бишәүгә тулдымы икән? Ауыл кешеләрен уятыу, тергеҙеү, улар менән даими эшләү өсөн нимәләрҙелер булдырырға кәрәк. Шунан әйтәбеҙ мәктәптәр ябыла тип, ә улар ни өсөн ябыла? Балалар һаны әҙ. Әгәр бер Юлбарыҫ ауылында ғына ҡырҡлап егет йәки Баймаҡ районының Байыш ауылында утыҙлап егет өйләнмәгән икән, бөгөнгө көндә нисек итеп демография, халыҡ һаны тип әйтә алабыҙ? Кешеләрҙең Конституция хоҡуғын боҙоп, балалар булған көйгә мәктәптәр ябылмай бит инде. Ауыл хакимиәтенә лә егәрле хужалар табыу мәсьәләһе ҡыйын ғына. Етәкселәр һүлпән. Бер үк мөмкинлектәре булған ике ауылды сағыштырып ҡараһаң, береһендә унар тапҡырға һәйбәтерәк йәшәйҙәр. Бөтәһе лә урындағы етәкселектән һәм халыҡтың үҙенән тора.

Парламентарийҙарҙың бурыстары

Белеүегеҙсә, беҙҙең комитеттарҙың исемдәре лә үҙгәртелде. Был эш йүнәлешенең дә саҡ ҡына икенсерәк булыуын күрһәтеп тора. Президентыбыҙ әйтеүенсә, һәйбәт үҙгәрештәрҙе шәбәйтергә кәрәк. Ошо йүнәлештә бик күп эшләргә кәрәк.

Тағы ла көнүҙәк мәсьәләләрҙән – Урал аръяғы райондарын һыу менән тәъмин итеү, бигерәк тә мәғдән табылған урындарҙа эсәр һыу сифаты бик түбән. Мәсьәләләрҙе алдан күҙаллап хәл итергә кәрәк. Бөтә мәсьәләләрҙе системалы хәл итергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова менән әңгәмә.
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ