"Асыҡ студия"

Мәғарифты үҫтереү институтының уҡыу-методика әсбаптары менән тәьминәт бүлеге етәксеһе Зәкиә Нафиҡова

Асыҡ студия
"Асыҡ студия"
Асыҡ студия

Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан яңы закон, яңы стандарттар ҡабул ителеп, беҙҙең дәреслектәр төҙөү эшендә күп кенә үҙгәрештәр булды. Бөгөн һәр дәреслек 4 экспертиза үтергә тейеш. Тәүгеһе - ғилми экспертиза, икенсеһе - педагогик һәм яңы өҫтәлгәндәрҙән-йәмғиәт һәм милли төбәк экспертизалары. Элекке базис уҡыу пландарында милли компонент тигән әйбер бар ине, хәҙер ана шул дәреслектәр эсенә инеп китте. Беҙгә дүртенсе экспертизаны үткәрергә юл ҡуйылған.

Кире яғы - дәреслектәр нәшер итеүсе ойошмалар күбәйҙе. Бөгөнгө Рәсәй кимәлендә бындай нәшриәттәр һаны 20-гә етеп бара. Ә стандарттар бит бөйөк шәхестәр Элконин-Давыдов һәм Зотов үҫтереү системаһына нигеҙләнгән. Төп белем биреү, баланы үҫтереүсе, шәхес булараҡ тәрбиәләүсе дәреслектәр бөгөн дә бар, әлбиттә, әммә уҡытыусы улар араһында юғалып ҡала.

Стандарт ҡалыптарына тап килерлек бер 5 уҡытыу-методик комплексы  ҡалдырһаҡ, уларҙың сифатын урынына еткереп үҙгәртһәк, уҡытыусыға ла эшләүе еңелерәк булыр ине.

Әлбиттә, мәғариф системаһында вариатив дәреслектәр булырға тейеш. Кәмендә 4-5 вариация. Беҙ тормошта ла бер генә күлдәк кейеп йөрөмәйбеҙ бит…

Ниндәй генә дәреслектәр сығарылмаһын, ниндәй генә компьютер технологиялары ҡулланылмаһын, уҡытыусы үҙ урынында уҡытыусы булып ҡала. Бар тәжрибәһен, балаларға булған һөйөүен һалып эшләй икән, 10-12 йыл элек нәшер ителгән китаптар ярҙамында да белем бирә ала.

Китаптарҙың ауырлығы тураһында һорауға яуап биргәндә, әгәр ул ауыр икән, экпертиза үтә алмаҫҡа тейеш. Еңел тип кенә һәр баланың ҡулына планшет тоттороп булмай. Беренсенән,  хәүефле.  Икенсенән, экранға тексәйеп ҡарап, тағы ла нығыраҡ һаулыҡтарын бөтөрәсәктәр.

Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре, дәреслектәр авторы Фәниә Сынбулатова

 Рәсәйҙә нәшриәттәр шул тиклем күп.  Яҡшы ҡағыҙҙа, һәйбәт итеп баҫыла икән, экспертиза ла тейешле баһа аласаҡ. Әммә күп нәшриәт булыуы уҡытыу-методик комплекстарының артыуына килтерәсәк. Был сифатты кәметәсәк. Сифатһыҙ дәреслектәр бөгөн дә аҙ түгел. Һәм был нәшриәттәр - коммерция ойошмалары. Уларҙы аҡса, финанс яғы ҡыҙыҡтыра. Кисә генә бер мәктәп уҡытыусыһы менән һөйләштек. Әйтеүенсә, халыҡ мәғариф ойошмаһынан тикшереү килергә тейеш, уларҙың тикшереү теҙмәһендә журнал тултырылышы бар. Класс етәксеһе өсөн айырым сығарылған журнал. Уларҙы ла Рәсәйҙең нәшриәттәре сығара. Журналды тултырып барыу мотлаҡ түгел. Ләкин мәктәптә шулай ҡаралған - ошо журнал булырға тейеш һәм ҡаланан килгән мәғариф бүлеге тикшереүсеһе уны ҡараясаҡ. Һәм уҡытыусы мотлаҡ булмаһа ла, уны алырға мәжбүр. Ә был журналды күпме тултырырға кәрәк! Уҡытыусыға, яһалма рәүештә, өҫтәмә бурыс. Коммерция нигеҙендә сығарылған, кәрәге юҡ бындай әсбаптар уҡытыусыға аяҡ сала. Уҡытыусы хәҙер  уҡытмай, ә яҙыу эше менән шөғөлләнә.

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең дәреслектәр бүлеге мөдире Гөлсәсәк Айҙар ҡыҙы Раянова

Әлеге көндә федераль дәреслектәр исемлегенә беҙҙең 17 дәреслек экпертиза үтә алды.    Беҙҙең нәшриәт, дәреслектәр мөхәрририәте мәғариф министрлығы менән берлектә тематик йыллыҡ план эшләй. Ошо план буйынса Мәғариф министрлығы белем биреү учреждениеларынан тираж йыя. «Китап» нәшриәте уны нәшерләй һәм баҫмаға әйләндерә. Ике йыл инде «Башпромснаб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, шәхси эшҡыуар тиражды ала һәм заказдарға ярашлы, мәктәптәргә тарата. Әммә китап нәшриәте уны күҙәтеү аҫтында алып барырға тейеш түгел. Дәреслектәр ваҡытында барып етмәй. Был хаҡта нәшриәткә лә шылтыратып зарланалар.

Фото №1 - "Асыҡ студия"
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»