"Асыҡ студия"

 «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә 15-се йыл ҡатнашабыҙ. 24 илдән, Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән 2500-ләп ойошма ҡатнашты. Башҡортостан күргәҙмәһе 6 мең квадрат метр урын биләне. Рәсәй предприятиелары араһында иң күп миҙал алыусы – беҙҙең ойошма.

Асыҡ студия
"Асыҡ студия"
Асыҡ студия

«Апимондия» 1971 йылда Мәскәүҙә үткәйне. Башҡорт балы был конкурста 2-се тапҡыр алтын миҙал алды. Уның сифатын донъяла белеп торалар, Башҡортостандан йыйып алынған йүкә балы ҡатнашты.

Башҡорт балы байрамы

Һуңғы 20 йылды алып ҡарағанда, быйыл иң юғары сифатлы бал йыйып алынды. Ҡайһы бер умартасылар бер умартанан феләк ярым бал алды.  Башҡортостанда бал шул тиклем күп, уның сифаты ла яҡшы. Бик матур өлгөргән бал. Умартасыларға балды һатырға ярҙам итергә кәрәк. Күп кеше юғары сифатлы балды ҡайҙан алырға була, ҡайһы районда яҡшыраҡ, тип һорай. Кешеләр тағы бер тапҡыр күрһен, тәмләп ҡараһын, тибеҙ. Сифат тураһында әйткәндә,  балды умартасыларҙың үҙ ҡулынан алырға кәрәк. Тәмен ҡарап, етештереүсенең телефонын алып, һүҙләтә килешеү төҙөп. Беҙ ҡала халҡы менән умартасыны осраштырырға теләйбеҙ. Унда умартасылыҡ продукттары ла буласаҡ. Һайлау мөмкинлеге лә буласаҡ.

Статистика буйынса, халыҡтың бал ашауы буйынса юғары нөктәгә барып етмәгәнбеҙ. Шулай ҙа бал ашау буйынса Рәсәй күләмендә беренсе урында торабыҙ. Кешеләр балды күберәк ашар, аптекаларға һирәгерәк йөрөр, тип ышанабыҙ.

Умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләп бөттөк. Яҙғы сәсеү бөткәс, һабантуй була. Беҙ ҙә бал йыйыу сезоны үткәс, байрам ойошторорға булдыҡ. Концерт номерҙары буласаҡ.

Умартасы бал етештерә һәм уны һатып, килем эшләй, тигән фекер бар…

Килемдең 50 проценты ғына балдан, ҡалғаны ҡорт һатыуҙан булырға тейеш. Әлеге көндә Ҡаҙағстан беҙҙең менән эшләргә теләй. Уҙған йылдарҙа беҙ уларға ҡорт һатҡайныҡ, уларҙың беҙҙең ҡорттарға иҫе китте. Балды күп йыя, ҡыш көнө сыҙамлылар. Ҡаҙағстанға, Монголияға, Германияға ҡорт һаттыҡ, Яҡутстан да һорай. Умартасылар ошо йүнәлештә ныҡ эшләргә тейеш. Бөрйән районында матур йүкә балы бар. Учалыла йүкә юҡ, улар башҡорт ҡортон һатһын ине. Әбйәлил, Баймаҡтарға ла күс һатыу файҙалыраҡ. Архангель, Нуриман, Ғафури, Ишембай райондары йүкә балы, кәрәҙле бал етештерһә, яҡшыраҡ булыр.

Ҡоролтайҙың яңы саҡырылыш депутаты булараҡ, республика кимәлендә эшләй торған эштәр бихисап. Яңы закондар кәрәк. Ауылдың проблемаларын яҡшы беләм. Уларҙы күтәреү мотлаҡ. 2004 йылда Умартасылыҡ тураһындағы законға үҙгәрештәр индергәйнек.  Хәҙер тағы яңы үҙгәрештәр кәрәк, унан һуң умартасылыҡ яңы үрҙәр яулар, тип өмөт итәбеҙ. Республика умартасылары башҡорт тоҡомло ҡортто һаҡлау мәсьәләһен күтәрә. Беҙ республикала берлек төҙөргә уйлайбыҙ. Башҡорт ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса эшмәкәрлек алып барыусы ойошма. Уны эшләтеү өсөн мөмкинлектәрҙе законға индерергә кәрәк. Башҡортостандың һәр ауылында башҡорт ҡортон тотҡан кеше булырға тейеш.

Ғафури, Күгәрсен,  Ейәнсура, Бөрйән райондарында башҡорт ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса станция төҙөнөк, был йүнәлештә ныҡышмалы эш алып барабыҙ. Быйыл Башҡортостанда яңы программа ҡабул ителде. Кем башҡорт тоҡомло ҡорт һатып ала, Башҡортостан һәм Рәсәй бюджеттарынан түләнгән аҡсаның утыҙар процентын кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге бар. Башҡорт ҡортон һатып алыу ҙа, үрсетеү ҙә бик төшөмлө.

Рәсәй йүкәлектәренең 70 проценты Башҡортостанда урынлашҡан.

Ғилми тел менән әйткәндә, бал запастарының 75 проценты йүкә балына тура килә. Яҡшы, сифатлы 400 төр сәскәнән йыйылған бал бар.

Башҡортостан президенты уҡыусы балаларға башҡорт балын бирергә тәҡдим итте. Уны 2014-2015 йылдарҙа мәктәп рационына индерергә өмөт итәбеҙ. Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиадаға ла тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Сит илдәргә күберәк һатырға тырышабыҙ. Алда – Себер һәм Мәскәү баҙарын яулау тора.

Фото №1 - "Асыҡ студия"
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии