Практик психолог ҡәңәштәре

Депрессия һәм арыу бер үк төшөнсәләр түгел

Асыҡ студия
Практик психолог ҡәңәштәре
Асыҡ студия

Кешенең даими рәүештә тәрән психоэмоциональ торошта булыуын депрессия тип атайҙар. Уны хроник арыу менән дә бутайҙар, эштән арып ҡайтып, кәйефтәре насар булыуҙы "депрессияламын" тиҙәр. Был ваҡытта бик ныҡ ҡына ял итеп алһалар,  кәйефтәре урынына ҡайта. Был - депрессия түгел.

Кешенең ике аҙнанан ашыу кәйефе төшөнкө йөрөй икән, тормоштағы ваҡиғалар уны шатлыҡҡа өндәмәһә һәм ул, ғөмүмән, ҡысҡырып көлөү һәләтен юғалта икән, үҙенең хәлен депрессив тип әйтә ала. Кемдер ҡышты, йәйҙе, көҙҙө яратмай. Миҙгелгә бәйле һауа торошон яратмау, мәҫәлән,  ныҡ эҫе, йә болотло көндәрҙә, ямғыр осоронда  кеше үҙен насарыраҡ тоя, кәйефе төшөнкө була. Был - миҙгелгә ҡарата  депрессия.

Депрессияға күберәк ҡатын-ҡыҙҙар бирешә

Улар эмоциональ, хисле кешеләр. Көҙ оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡҡан уҡытыусылар шулай уҡ көҙгө депрессияны кисереүсән.

Йәйге каникулдан һуң уҡыуҙың, көсөргәнешле эшмәкәрлектең башланыуы арҡаһында балаларҙа ла депрессия булыуы ихтимал.

Көҙгө депрессия һәм невроз тигән төшөнсәләр бик яҡын йөрөй, невроздың тәүге билдәләре – йоҡоһоҙлоҡ.

Депрессияға бирелгән кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал.  Хистәрҙе йәшереп йөрөү кәрәкмәй, ҡыйын саҡта күңелеңде яҡындарыңа асырға, иң яҡшыһы, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Психолог Әлфиә Байрамғолова ла һеҙгә ярҙамға килергә әҙер.  Уның телефоны – 8 927 322 38 06. 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями