Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу.

Электрон яҙылыу

Асыҡ студия
Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу.
Асыҡ студия

Электрон яҙылыу  ул  бер яҡтан бик һәйбәт,  ҡаланың бер башынан икенсеһенәтиклем яҙылырға мөмкинлек бар шунда яҙыла алалар, икенсе яҡтан  беҙҙең табиптар өсөн уңайһыҙыраҡ,  терапевтарға халыҡ күп. Алдан яҙылғандар менән бергә ҡапыл ауырып киткәндәрҙе  лә ҡабул итәләр, шуның өсөн сират барлыҡҡа килә.   Электрон яҙылыу оло кешеләр өсөн  бик үк уңайлы түгел. Уларҙың өйөндә  интернет, телефон да булмаҫҡа мөмкин,  беҙ  уларҙы кире бороп ҡайтара алмайбыҙ,  сират  бармы-юҡмы ҡабул итергә мәжбүр булабыҙ.   Бына шуныһы менән эшләнеп бөтөлмәгән. Студенттар менән электрон яҙма алып барыу уңайлы.

Юғары технологиялы операцияларға сират күпкә кәмене

Былтырҙан башлап  юғары технологиялы операцияларға, бигерәк тә  инвалидтар өсөн сират күпкә кәмене. Ике ай эсендә документтарын йыйып өлгөрһәләр, бүленгән аҡсаға     ҡыйбатлы операция  эшләтә алалар. Элек  төрлө ҡатмарлы операцияларҙы  сит өлкәләрҙә эшләйҙәр ине.

Күп йылдар сиратта торған инвалидтар   былтыр,  быйыл үҙебеҙҙә  күпләп  ярҙам алды. 18-се, 21-се, 22-се   республика  дауаханаларында   100-әр, 200-шәр  юғары технологиялы операциялар башҡарылды.  Был бик ҙур алға китеш, үҫеш булды.

Поликлиникаларҙа тиҙ ярҙам ойошторолған,   ҡаты ауырыйһығыҙ икән  ашығыс ярҙам күрһәтә алалар. Шулай ҙа эш хаҡын күпме генә күтәрһәләр ҙә  табиптар етешмәй.  Бер  терапевт  бер нисә участка алып бара, ҡағыҙ эше күп.

Яңы технологиялар

“Модернизация” тигәндә,   тулы компьютерлаштырыуҙы,  стандартлаштырыуҙы, автоматлаштырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.  Эшебеҙ әҙерәк еңеләйер тип өмөт итәбеҙ. Ошо яңы  технологиялар  менән медицина алға китте. Европа кимәленә күтәрелеп киләбеҙ. Юғары  технологиялы  ҡорамалдар  күбәйҙе, тик ҡайһы  бер  ҡатмарлы ҡорамалдарҙа  эшләргә белгестәр етмәй.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями