"Айыҡ ауыл" конкурсына йомғаҡ яһалды

Беҙҙең тәү маҡсат -  йәш ғаиләләр, йәштәр араһында, мәктәп  балалары араһында иҫкәртеү , аңлатыу эше алып барыу, сөнки быуын алмашына килә. Беҙҙең конкурстың исеме үк әйтеп тора -  “Айыҡ ауыл” һәм беҙҙең ойошма – “Айыҡ Башҡортостан”.  Беҙ эскеселәр менән көрәшмәйбеҙ, ә айыҡлыҡ өсөн эш алып барабыҙ. Эскеселәр  рәтен кемдәр тултыра? Алмашҡа килгән быуын - йәштәр, балалар. Шуға кәртә ҡуйырға кәрәк. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ауылдарҙа йәшәүселәрҙең 100 проценты бөтөнләй эсмәгән була алмай, әлбиттә.

Асыҡ студия
"Айыҡ ауыл" конкурсына йомғаҡ яһалды
Асыҡ студия

Уколдар, дарыуҙар  менән генә кешене дауалап булмай

Маҡсат  - кешеләрҙең күңелдәренә инеп,   аңын дауалау. Рәсәйҙә закондар йомшаҡ.  Европа илдәрендә,  мәҫәлән,  Норвегияла бәләкәй райондарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. 30 мең кеше йәшәгән урындарҙа ғына һатыла. Ә беҙҙә  бер ауылда,  бер урамда ғына 3 магазинда тәүлек әйләнәһенә хәмер, һыра һатыла.  Улай булырға тейеш түгел, һатылмаһын ул. Самалап эсеүгә лә ҡәтғи рәүештә ҡаршымын. Ҡайһы бер осраҡта өгөт-нәсихәт менән, кемделер башҡа төрлө ысул  менән айыҡ тормош алып барырға күндерергә була.

Лидерҙар бик  кәрәк

Фольклорҙы ғына алып ҡараһаҡ та,  унда идея ярылып ята: борондан халҡыбыҙ  батырҙар, ғәҙел батшалар тураһында хыялланған һәм улар  бәхетле тормош алып килер, тип ышанғандар. Шуға күрә әле беҙҙең лидерҙар булырға тейеш,  үҙенең артынан эйәртә алырлыҡ, әйҙәүсе кеше.  Йәштәрҙе эйәртеүсе генә түгел, уларҙы туплап тороусы, ойоштороусы лидер кәрәк. Мәғлүмәт һәм белем бирә алырлыҡ кеше. Мәҫәлән,  В.  Жданов лидер булып тора. Уның лекцияларын  тыңлаған кешенең эскене артабан дауам иткеһе килмәйәсәк. Өгөтләүсе лидерҙар күп.

Конкурс - ул сараларҙың береһе генә

Конкурстан тыш башҡа саралар ҙа, ыңғай йәшәйешкә өгөтләүсе ойошмалар ҙа бихисап. Беҙҙең рәткә баҫыусылар бар. Аҡрынлап  дин яғынан киткәндәр ҙә күп.  Эскелеккә ҡаршы эш алып барырға була. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан ҡатнашҡан ауылда уңайлы итеп,  Рәсәй закондарын ҡулланып, эскелеккә ҡаршы көрәшәләр һәм ул һөҙөмтәләр бирә.

Эскелек эшһеҙлек  арҡаһында  түгел, киреһенсә, эскелек арҡаһында эшһеҙлек килеп сығалыр

Рәсми демократик ысулдар менән аңлатыу эше алып барырға кәрәк.   Дин дә үҙенең эшен эшләргә тейеш. Дини кеше насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тора. Мосолман кешеһенең бурысы - башҡаларҙы яҡшылаҡҡа өндәү,  насарлыҡтан тыйыу.

Тәрбиә ғаиләнән башланғанын да оноторға ярамай

Эскелеккә төшкәндәргә ярҙам итергә була. Беҙҙең интернеттағы рәсми сайтыбыҙға инеп,  бәйләнешкә сығырға була.

Был акция тамамланды,  тип нөктә ҡуйырға   тейеш түгелбеҙ, ул акция тормош буйына дауам итә. Айыҡ тормош- беҙҙең көндәлек девиз булырға тейеш.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна