Аҙыҡ-түлек сифаты.

Йылдың 9 айында  республикала  435 аҙыҡ-түлек һатыу нөктәһендә тикшереү үтте.  Шуларҙың 300-гә яҡыны һатып алыусылар дәғүәһе буйынса. Йылдан-йыл уларҙың һаны арта ғына бара.   2012 йыл менән сағыштырғанда,  хәлдәр күпкә яҡшыраҡ. Мониторинг алып барыла, аҙыҡ-түлектең санитар торошо даими тикшерелә.

Асыҡ студия
Аҙыҡ-түлек сифаты.
Асыҡ студия

Дөйөм картинаны күҙаллағанда,  һатыусыларҙың санитар-норма ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе, аҙыҡтың микробиологик талапҡа тап килмәүе дәғүәгә алып килә. Был бигерәк тә диңгеҙ ризыҡтарына ҡағыла  (халыҡ араһында киң таралған ,,суши,, һәм башҡалар). Быйылғы йылдың 9 айындағы тикшереү буйынса,  аҙыҡ-түлектең 29 проценты түбән сифатлы булыуы асыҡланды. Уларҙың 8 проценты -  балыҡ, 5 проценты -  ҡамыр аштары, 4 проценты -  йәшелсәләр һ.б. Тикшереүҙәр төрлө ойошмаларҙа үтте. 777 һатыу нөктәһе административ язаға тартылып, 3  миллион 410 мең һум күләмендә штраф һалынды. 29 объект эшен туҡтатты.  

 “Башҡортостан продукты” бренды аҫтында етештерелгән продукция сифаты яғынан яҡшы булырға тейеш. Быны тәү сиратта ,,Госторговля,, ойошмаһы тикшерә.

Әлбиттә, халыҡтың әүҙемлеге байтаҡ етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, этикеталарҙағы датаның тап килмәүе, срогы сыҡҡан продукцияны һатыуға сығарыу. Ә бына ,,аноним,, мөрәжәғәт осраҡтары һирәк ҡарала. Сөнки ялыуҙарға 1 ай эсендә яуап ҡайтарыу өсөн, кешенең тулы адресы, исем-шәрифе кәрәк.

,,Ҡыҙыу линия,, бер ҡасан да эшен туҡтатҡаны юҡ. Ҡулланыусылар менән даими бәйләнеш ойошторолған. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Р.Зорге урамы 58. ,,Роспотребнадзор,, ойошмаһы. Мөрәжәғәт итегеҙ, килеп сыҡҡан мәсъәләләрҙе хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләрбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ