Туристарға алдан иҫкәртмәләр биреп, ниндәй кремдар алырға икәненә тиклем өйрәтеп ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, төрөк һамамына (мунсаһына) тәүге ике көндә барыуың хәйерле.
Кеше үҙенә нимә ярай, нимә ярамай икәнде белә
Шулай ҙа саманан тыш асыҡ ҡояшта ҡыҙынып, бушлай тип, шарапты күпләп эсеп ағыуланған осраҡтар бик күп. Көндөҙ 12-нән 4-кә тиклем ҡыҙынмаҫҡа кәрәк. Үҙеңде насар тойһаң, экстремаль массаждарға барырға кәрәкмәй. Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында.
Ҡайҙа ғына ял итһәм дә, үҙем менән иң кәрәкле дарыуҙар алам. Парашюттан ырғырға ни тиклем генә өгөтләһәләр ҙә, мин быға бармайым.
Китмәй ҡалыуҙы страховкаларға тәҡдим итәбеҙ
Кеше менән төрлө хәлдәр була, китә алмаһа, страховкаланған осраҡта, путевканың хаҡы тулыһынса ҡайтарыла. Ә страховка ҡыйбат та түгел.
Төркиә, Дубайҙа 5 йондоҙлоға ҡарағанда 3, 4 йондоҙло бәләкәй отелдәрҙә ял итеү уңайлыраҡ. Ә Мысырҙа бәләкәй йондоҙло отелдәр тәҡдим итмәҫ инем.
Алдан әҙерләнеп, өйҙә кәңәшләшеп, ҡайҙа ял итергә икәнлеген хәл итеп килһәләр һәйбәтерәк.
Сит илгә сыҡҡанда, телде икмәк-тоҙлоҡ булһа ла белһәң, яҡшыраҡ
Тура рейстар булмағас, Европа илдәренә һирәгерәк сығалар ине. Хәҙер Шенген визаһын алыу еңеләйгәс, төрлө Европа илдәренә йөрөй башланылар.
Сит илдә медицина бик ҡыйбат. Ғәрәп эмираттарында закондар элек ҡаты булһа, әле әҙерәк йомшарҙы. Шулай ҙа ундағы йолаларҙы хөрмәт итеп, алдан белеп барырға кәрәк.
Туристик агентстлыҡтарҙы ныҡлы ҡарап, оҙаҡ эшләгәндәрен һайлап барырға кәрәк.
Сит илдә янығыҙҙа банк карточкаһы булыу яҡшы, иҫәптән аҡса алһағыҙ, процент тотола, карточка менән түләгән осраҡта процентһыҙ була. Ғөмүмән, ял итергә барғанда, ҡырҡ тапҡыр үлсәп, бер тапҡыр киҫһендәр.