Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылдың 1 ғинуарына илдә 3 миллиондан ашыу кеше шәкәр диабеты ауырыуы менән теркәлгән. Башҡортостанда диабет менән сирләүселәр 75 меңдән артып китә.
Шәкәр диабетының теләһә ҡайһы йәштә килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа йышыраҡ ололар ауырый. Уның менән яфаланыусылар йыл һайын арта бара.
40 йәштән һуң ауырыусылар һаны 4,5 процент, 50-нән һуң - 6,7, 60-тан һуң 8,10 процентҡа етә.
Шәкәрҙең ҡандағы нормаһы 3,3 - 5,5 ммоль/л булырға тейеш.
Сир сәбәптәре
Был сирҙең 10-12 сәбәбе бар. Бала саҡтан вирус инфекциялары менән йыш ауырыһалар, ашҡаҙан аҫты биҙе елһенһә, был диабетҡа килтерә. Шулай уҡ һимереү - диабетҡа беренсе аҙым. Дөрөҫ туҡланмау, ваҡытлы-ваҡытһыҙ ашау ҙа – сирҙең сәбәбе. Оҙаҡ ваҡыт күпләп татлы аҙыҡтар ашау менән мауығыусыларҙың ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ төшә. Кешеләргә хәрәкәт етешмәй. Ике-өс туҡталыш көтөп торғансы, атлаһалар файҙалы булыр ине. Насар ғәҙәттәр ҙә этәргес булып тора.
Шәкәр диабеты менән сирләй башлауҙың төп билдәләре
Кеше ябыға, тиҙ хәле бөтһә, ауыҙ кибә, бындай осраҡтарҙа анализ биреп ҡандағы шәкәрҙең нормаһын тикшертергә кәрәк.
Шәкәр диабеты менән оҙаҡ ваҡыт сирләйһегеҙ икән, дауаханала ятып тикшерелеп, инсулиндың дозаһын ҡуйырға кәрәк.
Сирлеләрҙе дарыуҙар менән бушлай тәъмин итергә тигән закон бар, ләкин барыһын да ла түгел.
Был аҙна “Диабет,белем һәм профилактика” тигән девиз менән бара. Һәр йыл 14 ноябрҙә диабет көнө билдәләнә.