Башҡортостанда һалым йыйыу кампанияһы барышы.

Ҡаҙнаның тулыланыуы һалым түләүселәрҙең  бурысын үҙ  ваҡытында үтәүенә туранан-тура бәйле. Октябрь  уртаһына тиклемге күрһәткестәрҙе барлаһаҡ,  бөгөнгө көнгә республика бюджетына 56 млрд 310 млн күләмендә һалым түләнгән.  Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2 миллиардҡа, йәғни 4 процентҡа күберәк. Төбәк ҡаҙнаһының 39 проценты табыш өсөн билдәләнгән һалымдан тора, 2-се һәм 3-сө урындарҙа халыҡтың килеме һәм ойошмаларҙың мөлкәтенә тәғәйенләнгән һалымдар тура килә.

Асыҡ студия
Башҡортостанда һалым йыйыу кампанияһы барышы.
Асыҡ студия

 

Донъя иҡтисадындағы көрсөк беҙҙең предприятиеларға ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, статистика һандары менән әйткәндә, 2012  йылда  дөйөм ҡаҙнаға 20 млрд йыйып биргән булһаҡ,  быйыл  10 ай эсендә  22 млрд йыйҙыҡ. Башҡортостан  ойошмалары тырышып хеҙмәт итә, продукция етештерә, һалым күләмен арттырыу юлында тора.

Республикала эре предприятиелар эшләй. Мәҫәлән, эшкәртеү, электр, газ, һыу ойошмаларының һалымы йылдан-йыл арта. Яңы цехтар асылды, ҡоролмалар ҡайтарылды.  Яңы эш урындары булдырыу дәүләт ҡаҙнаһына өҫтәлмә һалымдар ғына бирә. Төҙөлөш өлкәһе лә артта ҡалмай.

Эре  бизнес менән шөғөлләнгән 208 предприятие беҙҙең ойошмала иҫәптә тора. Улар менән индивидуаль эш алып барабыҙ. Бер ойошмаға  4-5 һалым инспекторы беркетелгән.

Сентябрь айында ,,Асыҡ ишектәр,, көнө ойошторолдо,  12 декабрҙә үтәсәк ,,Дөйөм асыҡ ишектәр көнө,, нә әҙерләнәбеҙ. Халыҡ менән берҙәм эшләү -  беҙҙең төп маҡсат.Әгәр ҙә  һорауҙарығыҙ булһа,  үҙегеҙ йәшәгән райондағы һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.  Унда консультанттар, мәғлүмәти ресурстар бар. ,,Һалым түләүсенең шәхси кабинеты,,   ла  ярҙамға килергә әҙер.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ