Башҡортостандағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге.

Йәштәр парламенты – йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен, ихтыяждарын яҡлау, уларҙы ижтимағи-сәйәси һәм социаль тормошҡа ылыҡтырыуҙың һөҙөмтәле юлдары менән таныштырыусы ойошма. Йәмғиәткә хәүеф менән янаған эскелек, тәмәке тартыу, наркоманияға ҡаршы көрәштә лә йәштәр хәрәкәте ҙур роль уйнай.

Асыҡ студия
Башҡортостандағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге.
Асыҡ студия

Башҡортостанда Йәштәр парламенты барлыҡҡа килә...

Тарихҡа күҙ һалғанда Йәштәр парламенты 2007 йылда барлыҡҡа килде. 10 кеше Президент тарафынан тәҡдим ителһә, 10-ы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағынан. 15 урынға республикабыҙҙың район-ҡалаларында әүҙем эшләгән йәштәр конкурс аша үтә. Улар йәмәғәт ойошмалары тәҡдиме менән раҫланды.

14-се ноябрҙә Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының 3-сө саҡырылышына йомғаҡ.

Был саҡырылыш ике йыл эшләне. Закондар сығарыу — ул яҙҙың да алып барҙың һәм раҫлау алдың тигәнде аңлатмай. Бик күп инстанциялар аша үтергә тура килә, иләктән үткәндәре генә закон булараҡ ҡабул ителә. Мәҫәлән, Йәштәр йәмәғәт палатаһы тәҡдим иткән тәмәке тартыуҙы сикләү Дәүләт Йыйылышында ҡаралып, закон булараҡ ҡабул ителде. Шулай уҡ тағы ла бер тәҡдим – республика йәштәр сәйәсәте буйынса закон. 3-сө саҡырылыштағы йәштәрҙең мөһим тәҡдимдәре Ҡоролтай ҡарамағына тапшырылып закон формаһына эйә булды.

Беҙҙең республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил юҡ ине. Мин 2007 йылда йәштәр йәмәғәт палатаһына ошо заонды тәҡдим итеп, конкурс нигеҙендә үттем. Һәм 2010 йылда закон үҙ формаһын алды.

Район-ҡалаларҙағы йәштәр советы…

Ҡайҙалыр әүҙем эш башланды, ә ҡайҙалыр һүлпәнерәк. Урындарҙағы депутат советтары йәштәрҙең килеп тыуған проблемаларын сисергә ярҙам итеүҙе төп эштәре тип һанай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы улар өсөн һәр аҙна тиерлек республикабыҙҙың төрлө төбәгендә семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштора, йәш эшҡыуарҙар өсөн методик ярҙам күрһәтә. Ғөмүмән, беҙ килешеп эш итергә тырышабыҙ.

Йәштәр йәмәғәт ойошмаһына ағза булырға теләүселәр әүҙем тормош алып барырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып лидерлыҡ сифаттарын асырға тейеш һәм кәмендә 1 йыл эшләгән йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булыу мотлаҡ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти