“Күләгәлә” эшләүсе шәхси балалар баҡсалары.

Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙ Өфөлә балалар баҡсалары менән тәьмин итеү киҫкен тора. Тыуым һаны республикала артҡандан арта. Был ҡыуаныслы хәл. Әммә күпселек балаларға дәүләт балалар баҡсаһында урын етешмәү сәбәпле, альтернатив булараҡ, шәхси балалар баҡсаларының һаны арта бара. Мәҫәлән, 2011 йылда улар һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, бөгөн иһә шундай 90 балалар баҡсаһы иҫәпләнә, шуларҙың 8-нең генә лицензияһы бар.

Асыҡ студия
“Күләгәлә” эшләүсе шәхси балалар баҡсалары.
Асыҡ студия

Күп шәхси балалар баҡсалары лицензияланмаған.  Уларҙың күпселеге балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Бындай төр баҡсаларҙы лицензиялау мотлаҡ түгел. Сөнки тейешле кимәлдә төҙөлгән программалар, дәрес расписаниеларын тикшергәндә, улар юҡ кимәлендә. Шуның менән бындай балалар баҡсалары уҡытыу-тәрбиә биреү закондарын боҙа. Был осраҡта, Обрнадзор тарафынан штрафҡа йәлеп ителә.

 

 

Балалар баҡсаһын лицензиялау ауыр процедура түгел.

Ул дәүләт балалар баҡсаларын лицензиялауҙан һис айырылмай. Бының өсөн ғариза яҙыу һәм талап ителгән документтар теҙмәһен тапшырырға кәрәк. Әгәр барыһы ла тәртиптә булһа, лицензия 45 эш көнөндә әҙер буласаҡ. Лицензияларҙың булыу-булмауы шәхси балалар баҡсалары хаҡтарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Һәр ойошма үҙе хаҡ ҡуя.

 

 

Белем биреүҙе күҙәтеү Республика идаралығы шәхси эшҡыуарҙарға ярҙам итә.

Тәү сиратта лицезия алырға, мотлаҡ рәүештә балаларҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ойошторолған саралар һәм балаларҙы туҡландырыу өсөн шарттар булдырырға. Был йәһәттән, педагогик кадрҙарҙың урта һәм юғары белемгә эйә булыу шарт.

Законға ярашлы эшләү өсөн, Мәғариф өлкәһендәге күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралыҡҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Барлыҡ ҡағыҙ-документтар күсермәһен тапшырыу талап ителә.  Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы 100/102.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
уфавсердце