Өфөләге парковка мәсьәләһе.

Баш ҡалабыҙҙа еңел автомобилдәрҙең һаны йыл һайын уртаса 30 меңгә арта бара. Был күрһәткес менән бер рәттән, проблемалар ҙа күбәйә. Һауаның зарарлы матдәләр менән бысраныуы, оҙон тығындар, машинаны ҡуйыр урындар булмау - төп мәсьәләләр.

Асыҡ студия
Өфөләге парковка мәсьәләһе.
Асыҡ студия

       Парковкаларҙың етешмәүе - тәү сиратта, иҡтисади мәсьәлә. Ҡала властары юл һалыу һәм уларҙы тәртиптә тотоу менән бер рәттән, паркингтар төҙөлөшөн дә финансларға бурыслы. Бындай төҙөлөштәргә шәхси инвестицияларҙың һалыныуы икеле. Сөнки сығымдар күп, ә сарыф ителгән аҡсаларҙың аҡланыу ваҡыты оҙайлы. 

Илдар Байбулатов: “Өфөлә парковка мәсьәләһе бик киҫкен тора. Ер ысынлап та етешмәй. Майҙандар әҙ. Күптән түгел Мостай Кәрим урамында халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылды. Әлбиттә, ул быға лайыҡлы шәхес. Ошо һәйкәл урынлаштырылған ерҙең аҫтында автомобилдәр ҡуйыу өсөн күп ҡатлы туҡталҡа асһалар яҡшы булыр ине. Миңә сит илдәрҙә күп кенә йөрөргә тура килә. Унда ошондай урындар байтаҡ. Һәм ерҙең һәр метры ҡәҙерле, һәр метр кеше өсөн файҙалы итеп ҡулланыла”.

Камил Юлаев: “Парковка мәсьәләһе бөгөн килеп тыуған мәсьәлә түгел. Совет  осоронда машиналар шул тиклем күп булыр тип бер кем дә фаразламағандыр. 1996 йылда төҙөлгән генплан буйынса, Өфөлә 2020 йылда һәр бер мең кешегә 300 машина тура киләсәк тип күҙалланған. Әле 2013 йыл һәм һәр бер мең кешегә 350 автомобиль тура килә. Был һан иһә йыл һайын артып бара. Беҙҙең ҡала иһә ул тиклем күп машиналарға  иҫәпләнмәгән. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта хакимиәт алдында торған мөһим проблемаларҙың береһе. Муниципаль парковкалар төҙөү һүҙҙә генә ҡалмай. Өфөлә беренсе муниципаль парковка барлыҡҡа килде лә инде, ул “Олимпик парк”та урынлашҡан. Йорт төҙөүселәр, биҫтә төҙөүселәр, инвесторҙар алдында ла шундай уҡ бурыстар ҡуйыла. Улар кварталдар төҙөй икән, унда йәшәйәсәк кешеләр өсөн уңайлы шарттар: машина ҡалдырыу урындары, балалар майҙансығы, социаль инфраструктура обьекттары булһын өсөн ниндәйҙер саралар күрергә яуаплы. Быға тиклем норма бар ине, әгәр йорт төҙөлә икән, төҙөлөш ваҡытында һәр бер мең кешегә 350 машина ҡуйырлыҡ урын ҡалдырылырға тейеш ине. Был нормалар заман талаптарына яуап бирмәй. Сөнки әйтелгән һандар бик аҙ. Шуға ла хәкимиәт төҙөүселәр алдында шундай талап ҡуя, һәр мең кешегә 600-650 машина урыны булырға тейеш. Проектта быны асыҡтан-асыҡ күрһәтеү зарур. Әгәр ҙә был биләмәлә кибеттәр, дарыуханалар, күңел асыу үҙәктәре буласаҡ икән, унда киләсәк машиналарҙың да һанын күҙаллап төҙөргә кәрәк. Унда әйтелгән нормалар 600-650 машина ғына түгел, меңдән дә ашып китә. Сөнки унда минут һайын машина алышынып тора. Төҙөүсе барыһын да күҙалларға бурыслы”.

Илдар Байбулатов: “Әлеге ваҡытта Өфөнөң үҙәгенә түләп инеү тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ һәм ваҡытһыҙ. Мин быға ҡаршы. Сөнки Өфө халҡының килеме менән Мәскәү халҡының килемен сағыштырып булмай. Өфөлә ҡала транспорты тейешле кимәлдә йөрөмәй, шуға ла халыҡ эшкә үҙ машинаһында йөрөргә тырыша. Ә Мәскәүҙә метро, ул ҙур тиҙлектә йөрөй һәм бик уңайлы”.

Камил Юлаев: “Әлеге ваҡытта Өфөнөң теге йәки был районына түләүле инеү тураһында һүҙ йөрөтөлмәй. Әлбиттә, бындай радикал алым бар, бигерәк тә Европа илдәрендә. Беҙ иһә проблеманы хәл итеүҙең башҡа юлдары әүҙем тормошҡа ашырыла. Иң ҙур бурыс, заманса юл-транспорт системаһын булдырыу. Был шул уҡ, метробус линиялары, ҙур тиҙлектә йөрөүсе трамвайҙар һәм канатлы юлдар. Ошо төр транспортты Өфөлә үҫтерергә кәрәк. Бөгөн мәҫәлән, метробус төҙөү буйынса проект эштәре алып барыла. Ҙур тиҙлектә йөрөүсе трамвайҙар буйынса әлеге ваҡытта, 7 төрлө уны үткәреү линияһы бар. Уларҙың араһынан иң уңайлыһын һайлап алыу буйынса эштәр алып барыла. Был эштәрҙе Европанан саҡырылған белгестәр үткәрә. Канатлы юлдар буйынса Өфөгә бер-нисә инвестор килде. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе тураһында һөйләне. Һәм уны баш ҡалабыҙҙа ла тормошҡа ашырырға әҙерҙәр. Әлеге ваҡытта шулай уҡ, улар араһында ла ниндәйҙер конкурс үткәреп, закон буйынса, иң яҡшыһын, иң сифатлы башҡарып сығарырҙайын һайлап алырға кәрәк. Һәм был эш алдағы айҙарҙа башланыр тип өмөтләнәбеҙ.

Фекерҙәрегеҙҙе һәм тәҡдимдәрегеҙҙе асыҡтан-асыҡ белдерегеҙ, беҙҙең рәсми сайтҡа һәр кем яҙа ала.  Адресы: www.ufacity.info Проблемаларҙы бергәләп хәл итәйек ”.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями