“Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсында Башҡортостан предприятиелары.

“Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсы 1998 йылдан ойошторола. Унда еңеүселәрҙе сифатты тикшереүсе төбәк ойошмалары менән халыҡ бергәләп билдәләй.

Асыҡ студия
“Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсында Башҡортостан предприятиелары.
Асыҡ студия

 

      Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсының төбәк этабын ойоштора.

 

     Беҙҙең ойошма нигеҙендә конкурс буйынса комиссия эшләй. ,,Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары,, конкурсында ҡатнашыр өсөн республика предприятиелары ,,Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары,, конурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулап алырға тейеш. Был уларға федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашырға мөмкинлек бирә”.

Беҙҙең ойошма халыҡ тормошона  туранан-тура бәйле.

“Бөгөнгө көндә ойошманың эшмәкәрлеге ябай. Хәҙер фатир, йорттарҙа газ, һыу, электр счетчиктары ҡуйыла. Ул һәр 4-5 йыл һайын эшкә яраҡлымы, түгелме,  белегестәр тарафынан тикшерелә. Элекке кеүек счетчиктарҙы һүтеп алып, беҙгә килеп йөрөргә кәрәкмәй. Белгестәр уны урында тикшереп, яңыһын урынлаштыра һәм эшкә яраҡлылығын күрһәткән документ бирә.

  Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең Башҡортостан буйынса биш филиалы- Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм Бөрө ҡалаларында эшләп килә. Сибайҙа айырым бүлек булдырылған. Кадрҙар мәсъәләһе конкурс нигеҙендә һайлап алынған белгестәр ярҙамында хәл ителә”.

 

Конкурс объектив үтә, иң һуңында еңеүселәрҙе уникаль методика менән һайлайҙар.

    ,,Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары,, конкурсында ҡатнашҡан продукцияны еңеүсе булараҡ Мәскәүҙәге үҙәк һайлап алыу комиссиһы билдәләй.  Региональ этапҡа килгәндә, уны төбәктәр үҙҙәре билдәләй. Башҡортостанға килгәндә, комиссия составына Роспотребсоюз ойошмаһынан, беҙҙең һәм Хөкүмәт аппаратынан белгестәр инә. ,,Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары,, конкурсы еңеүселәре артабан ғариза яҙып, Рәсәй кимәлендәге бәйгегә сыға.

Бындай конкурстарҙа ҡатнашыу предприятие-ойошмаларға үҙ продукцияһын киңерәк даирәгә сығарыу мөмкинлеге бирә. Был шулай уҡ ,,шәп,, реклама. “Рәсәйҙең иң шәп 100 тауары” конкурсы тамамаланғас, еңеүселәр, лауреаттар исемлеге ингән каталог донъя күрә”.

 

        Конкурста ҡатнашыусы үҙенең продукцияһын махсус тамға менән билдәләр өсөн  декларацияға ҡул ҡуя. Был иһә етештерелгән продукцияға гарантия ҡуйыу тигән һүҙ. Конкурс 1998 йылдан алып ойошторола. Ун алты йыл дауамында  республиканың 300 предприятиеһы  Рәсәй кимәлендә лауреат, дипломант исеменә лайыҡ булды. Быйыл 58 ойошма ҡатнашып,   үҙҙәренең 101 продукцияһын тәҡдим итте. 35 төр продукция лауреат исемен яулаһа, 66-һы дипломант тип табылды. Өлгәшкән уңыштарҙа туҡталып ҡалмай, киләһе бәйгеләрҙә лә  республика етештереүселәре үҙен һынатмаҫ, тип уйлайбыҙ. Ҡатнашырға теләүселәр беҙгә 2014 йылдың 1 февраленән 1 апреленә тиклем ғаризалар менән мөрәжәғәт итә ала.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии