Балалар йорттары, баланы тәрбиәгә алыу юлдары.

Эльвира Fайсина:

Асыҡ студия
Балалар йорттары, баланы тәрбиәгә алыу юлдары.
Асыҡ студия

Ғаилә кодексында ,,һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнергә тейеш,, тип яҙылған. Был закон беҙҙең эшкә төп йүнәлеш бирә. Ләкин балалар йортонда балаларҙы ғаиләле итеү генә түгел, уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын иғтибарға алып, балаға уның именлеге өсөн кәрәкле яҡлауҙы һәм уның тураһында ҡайғыртыуҙы тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Бөгөнгө көндә Рәсәй күләмендә лә, республика күләмендә лә балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа күп кенә закондар эшләп килә. Мәҫәлән: 14 йәше тулған балаларҙы торлаҡ алырға сиратҡа ҡуябыҙ, ә 18 йәше тулған балалар закон буйынса торлаҡ менән тәьмин ителергә тейештәр. Яҡшы күрһәткестәребеҙҙә бар: 2013 йылда 3 выпускнигыбыҙ квартиралы булды. Шулай уҡ ата-әсәләрҙән алименттар юллайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙы закон менән ҡаралған барлыҡ хоҡуҡтарында яҡлау, шулай уҡ йәберләүҙән, яман ғәҙәттәрҙән һаҡлау буйынса ла эштәр алып барыла.

Психологтар консультация, тренингтар үткәрәләр, ,,Ышаныс телефондары,, эшләй. Балалар теләгән ваҡытта, теләгән һүҙен  әйтә ала. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

 

    Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың 4 төрө бар.

- уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыу,

- туған ғаиләләргә урынлаштырыу/опека –попечительство/,

- бағыусы/приемная семья/,

- һәм патронат ғаилә.

Тап бына ошо эште сифатлы һәм яңы кимәлдә башҡарыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының «Патронат тәрбиә тураһындағы закон»ына ярашлы 2007 йылдың февраль айында балалар йортонда патронат хеҙмәте булдырылды. Ошо 7 йыл эсендә барлығы 135 сабый өсөн ғаилә усаҡтары барлыššа килде.

Был күрһәткес, әлбиттә, бик ҡыуандыра. Ни өсөн тигәндә, 135 етемдең ғаиләле булыуы ул бер балалар йорто ябылған тигән һүҙ.

Патронат тәрбиәгә бала алған кеше балалар йортона тәрбиәсе булып эшкә урынлаша, башҡарған эше өсөн айына 5858 һум аҡса ала. Бынан тыш баланың мәнфәғәттәре өсөн бер бала иҫәбенә ай һайын 4900 һум аҡса күсә. Бала өсөн күсерелгән аҡсаны файҙаланыу буйынса патронат хеҙмәтенә квартал һайын отчет бирә.

Флиза Ниғмәтуллина: 1921 йылдың майында билдәле сәйәсмән һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин башланғысы менән Өфөлә Үҙәк мәктәпкәсә йәштәге балалар йорто ойошторола. Маҡсаты –революция һәм граждандар һуғышы осоронда етем ҡалған башҡорт балаларын ҡурсалау, уларға тәрбиә һәм белем биреү. 1924 йылда Шәһит Әхмәт улының вафатынан һуң был учрежденияға уның исеме бирелә. Бөгөн ул  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йорто тип атала. Шул йылдар эсендә бында биш меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ тәрбиә алған.

Әлеге көндә беҙҙә бөтәһе 107 бала иҫәпләнә, ошо иҫәптән 36 бала патронат ғаиләлә. Беҙҙең балалар йортонда 71 бала тәрбиәләнә 31 ҡыҙ бала, 40  ир бала. Балалар араһында 13 ғәрип бала, шул рәттә 5-һе махсус интернатта уҡыйҙар. Ә каникулдарға беҙҙең йортҡа ҡайталар.

1. Балаларҙы патронат ғаиләләргә әҙерләү программаһы.

2. Һәләтле балалар программаһы.

3. Ауыр холоҡло балаларҙы тәрбиәләү буйынса.

4. Балалар йортон тамамлап сыҡҡан балалар менән эшләү. Был программа буйынса беҙҙең социаль педагогтар “Ғаилә”үҙәге менән берлектә эшләйҙәр. 

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ