Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты съезы.

 

Асыҡ студия
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты съезы.
Асыҡ студия

“Бисмиллаһи-ррахманни-рахим. Һайлауҙарҙың айырым процедураһы бар. Мәхәлләләр үҙҙәренең делегатын ошо йыйынға еберә.  Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе вазифаһына  тәүҙә 4 кеше дәғүә итһә, шуларҙың икеһе үҙ кандидатураһын алып, һайлауҙа ике кеше – минең менән Урал аръяғынан Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин ҡатнашты. Съезд алдынан беҙгә республиканың байтаҡ райондарында булырға тура килде. Асыҡтан-асыҡ халыҡ менән осрашыу һайлау алдынан ғына үткәрелгән кампания  түгел, ғөмүмән, 21 йыл был вазифала эшләү дәүерендә Башҡортостанда булмаған бер ҡала, ауыл ҡалмағандыр. Аллаға шөкөр, һәр төбәктә иман йорттары – мәсеттәр эшләп тора. Йәштәр күпләп дингә тартыла. Съезд барышын яҡтырҡан ТВ, радио хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт.

 

 Баймөхәмәт хәҙрәттең һайлау алды программаһы съезда хуплау тапты.  Эш барышында ҡайһы бер пункттарына туҡталырбыҙ тигән уйҙамын.

Беҙҙең ислам дине кисә генә килеп ингән дин түгел. XI  быуат дауамында беҙҙең ғалимдар килтергән исламдың юлын  һаҡлай алғандар.   Шул дәүер эсендә исламдың икенсе йүнәлешкә борорға теләүселәр булмаған түгел, әммә уны һаҡлай алғандар. Оло вазифаны алып барған саҡта ошо бурысты оноторға тейеш түгелбеҙ. Был өлкәлә имамдарыбыҙҙың да ғилемен күтәрергә тырышабыҙ. Традицион ислам беҙҙең тыныслыҡ дине. Мәктәп программаларына дини дәрестәр индерелеүе һөйөндөрә”.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти