Парламент ултырышы йомғаҡтары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары.

Бюджетҡа үҙгәрештәр инә, беренсе уҡыу ҙа дефицит 18 млрд һум ине. Әле 15млрд тәшкил итә.  Артабан бюджетты ҡабул иткәс тә, 2014 - 2015–ҙа беҙҙең мөмкинлектәр була. Инвестиция саҡырыуҙары буйынса,  аграр спектр, сәнәғәт үҫә, шул ваҡытта беҙҙең дефицит тағы ла әҙәйәсәк. Үҙгәрештәр артабан булыр.  2014 – се, 2015-2016-ға эш хаҡтарын күтәреү буйынса ҙур-ҙур маҡсаттар тора, шуға эштәр күп әле.

Асыҡ студия
Парламент ултырышы йомғаҡтары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары.
Асыҡ студия

 

Фатир алырға хоҡуҡлы кешеләрҙең исемлектәре  төҙөлөргә тейеш…

 

    Был  яңы закон буйынса, мәҫәлән, элек торлаҡ төҙөлөш эштәре муниципаль ойошма һәм республика ерҙәрендә алып барыла ине. Яңы закон күп мөмкинлектәр бирә,  Рәсәй Федерацияһы ерҙәрендә төҙөргә, икенсе яҡтан, Рәсәй Федерация  бюджетынан ошо ерҙәргә коммуникация түләнә. Газ, электр энергияһы, һыу, канализация һәм башҡа ифраструктуралар һәм ошо ерҙәрҙә эконом класы буйынса торлаҡ төҙөлә. Шулай итеп, эконом класлы фатирҙар алырға мөмкинлектәр буласаҡ.  Исемлек эшләнергә тейеш. Шулай уҡ  уның тәртибе законда  яҙылған. Был Закон тулыһынса интернет- сайтта бар, уны ҡарарға була. Беҙҙең һанау буйынса  200 меңләп  ғаилә ошо ҡанун буйынса үҙҙәренең  йәшәү  шарттарын яҡшырта ала.

     Коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар Республика кимәлендә уртаса. Өфөлә, Салауатта, Стәрлетамаҡта  тарифтар төрлө.

 

Бурыстар түләнһә, инфраструктураны үҫтерергә мөмкинлектәр булыр ине.

 

      Торлаҡ хужалығы -  бик ҙур фонд.  20 меңдән ашыу күп фатирлы өйҙәр.  Уларҙы капиталь ремонтлау мәьсәләләре тора. 30 проценты яңыртыу көтә,  шуға алдағы көндәрҙә ошо өйҙәргә акцент эшләргә кәрәк. (Сталин ваҡытындағы өйҙәр һәм хрушевкаларға).  Был өйҙәрҙә йәшәгән кешеләр үҙҙәре генә түләп капиталь ремонтты ҡаплай алмай. Шуның өсөн был мәсьәлә яңы законда ла ҡаралды. Бурыстар ваҡытында  түләнһә, инфраструктураны үҫтерергә мөмкинлектәр булыр ине. Беҙ, депутаттар, ауыл ҡалаларҙа йөрөнөк.  Иң төп мәьсәлә –  газ,  һыу үткәреү.  

      Тормошта төрлө хәлдәр, төрлө хәлле кешеләр бар. Хатта  аҡсалы кеше лә ваҡытында түләмәй. Юридик фирмалар , предприятиелар араһында ла түләмәүҙәр күп. Күп төрлө кредит алалар ҙа, эш хаҡы алғас, иң беренсе шуны түләйҙәр, ә коммуналь хеҙмәттәр,  квитанцияларын аҙаҡҡа ҡалдыралар. Ваҡытында түләргә мөмкинселектәр булдырырға кәрәк. 

Төбәк оператор эше…

 

     2013 йылда  694-се  Закон ҡабул ителде.  Капремонт буйынса  күп фатирлы өйҙәрҙә  беҙҙең республикала төбәк операторы үҙ эшен башланы. Ҡайһы фатир  хужалары ошо адреслы  программаға инә, улар, үҙ сиратында,  1 ғинуарҙан метрына  5-6 һум капремонтҡа түләргә тейеш.  Алдағы көндәрҙә ошо аҡсаға капиталь ремонттар эшләнә.

     Төбәк оператор фонды —  коммерция нигеҙендә булмаған ойошма.

Түңәрәк өҫтәл үткәргәндә, экспертттар саҡырып, ошо темаларҙы күтәрҙек.  Республика кимәлендә закондар ҡабул итеп,  алдағы 4-5 йылда проблемаларҙы хәл итербеҙ. Конкуренция булһа,  сифат  үҫер, тип уйлайым. Заман менән бергә йәшәргә кәрәк.  Яңы мәғлүмәти сараларҙы ҡулланырға, күберәк уҡырға, әүҙемлек күрһәтергә, кемдер һеҙҙең өсөн эшләгәнде көтөргә ярамай.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии