Башҡортостан Журналистар Союзы эшмәкәрлеге.

      “Башҡортостан Журналистар Союзы иң ҙур ижтимағи ойошмаларҙың береһе. 1400 кеше беҙҙең союз ағзалары: эшләп йөрөгән, хаҡлы ялдағылар ҙа бар. Журналистар  берлеге  бер  рухтағы, бер ҡараштағы кешеләрҙе берләштерә.    Ул журналист, яҙышҡан кеше өсөн ниндәйҙер юғары бер баҫҡыс. Шуның өсөн дә ойошмаға инәләрҙер, тип уйлайым.  Матди яҡтан бер нәмә лә бирмәй.  Шулай ҙа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны  алыр өсөн журналистар  ағзаһы булырға  кәрәк.

Асыҡ студия
Башҡортостан Журналистар Союзы эшмәкәрлеге.
Асыҡ студия

     Берлектең сьезы булды. Сарала һәйбәт фекерҙәр әйтелде.  Ни өсөн  журналистар хәүефкә дусар булған профессияларға инмәй? Икенсенән, журналистар хәүефле ерҙәрҙә(шул уҡ Кавказда)  эшләй бит.  Ә ни өсөн улар  махсус һаҡланыу әҙерлеге  үтмәй?  Махсус кейем бирелмәй, ни эшләп аҡсаһы башҡа төрлө түләнмәй?”

 

     “Башҡортостан журналистар ойошмаһы 1957 йылда ойошторолған. Аттестацияны 1 октябрҙә үткәрҙек .Төрлө ерҙәрҙә был ойошма тарҡалған. Ҡайһы ерҙә яңынан асылды. Ойошманың эшмәкәрлеге, әлбиттә, секретарға бәйле. Әгәр секретарь әүҙем булһа, эште еренә еткереп алып барһа, ойоштора белһә,  эш алға барасаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, союзға йәштәр килә. Мин эшкә килгәс,  47 кешене ағза итеп алдыҡ, әле  7 кешенең ғаризаһы ята”.

 

     “Әгәр ҙә журналистика өлкәһендә үҙҙәрен лайыҡлы, тип иҫәпләйҙәр икән,  улар союзға инә ала. Шулай уҡ  ижади ойошмала эшләп, уставты ҡабул итһә, взнос түләһә, союзда ағза булып тора ала. Союз үткәргән һәр төрлө сараларҙа, йыйылыштарҙа, фестиваль, семинар, ижади конкурстарҙа  ҡатнашыр кәрәк. Тәжрибәләре менән уртаҡлашып , конкурстарға материалдарын ебәрә алалар.

 

Социаль яҡлауға килгәндә, союзда ветерандарыбыҙға матди ярҙам бар, дөйөм ятаҡҡа урынлашырға ярҙам итергә тырышабыҙ, тел ярҙамы күрһәтәбеҙ.  Журналистарҙың, ойошмаларҙың әүҙемерәк эшләүҙәрен теләйем. Әйткәндәрем тәнҡит булып яңғырамаһын, ә теләк  булһын”.

 

Фото №1 - Башҡортостан Журналистар Союзы эшмәкәрлеге.
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии