Республика һуҡырҙар китапханаһы эшмәкәрлеге…

Айгөл Әминева:

Асыҡ студия
Республика һуҡырҙар китапханаһы эшмәкәрлеге…
Асыҡ студия

“1935 йылда Өфөнөң һуҡырҙар ойошмаһы янында, бәләкәй генә бүлмәлә китапхана асыла. 1963 йылда уға айырым бина бүленә. 1986 йылда китапхана бөгөн эшләп килгән бинаға – Киров урамындағы 47 йортҡа күсерелә. Тәүге директоры - Юрий Эпштейн. Тап уның башланғысы менән һуҡырҙар китапханаһына республика статусы бирелә. 2015 йылда китапхананың оло юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Бөгөн китапхананы ҙур үҙәк тип әйтә алабыҙ. Өс филиалыбыҙ бар. Улар Бәләбәй, Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан, 49 китапхана пункты эшләй. Әле Рәсәй Федерацияһында ошондай 69 китапхана иҫәпләнә. Һәм улар араһында беҙ иң яҡшыларҙан һаналабыҙ. Шуны ла әйтеп үтәйем, беҙ бөтә төбәктәрҙәге китапханалар менән элемтәлә торабыҙ. Конференциялар, семинарҙар ойошторабыҙ. Беҙҙең берләшмә бик татыу һәм әүҙем.  

  Бөгөн уҡыусылар һаны 5 меңгә яҡын. 2012 йылда республиканың президент Грантына эйә булдыҡ. Бүленгән саралар ярҙамында балалар өсөн махсус бүлмә ойошторҙоҡ. Ул мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы, мәҫәлән, тифлокомментарийлы фильмдар ҡарарға була.

 “Һөйләй” торған китаптар яҙҙырыу өсөн волонтерҙар талап ителә. Теләүселәр булһа беҙҙең китапханаға рәхим итһендәр. Адресыбыҙ, Өфө, Киров урамы, 47. Телефоныбыҙ: 273-62-38.

 2000 йылдан алып беҙҙең китапхана методик үҙәк булып тора. Кешеләргә ярҙам күрһәтә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Республикала тифлоүҙәктәр асыла. Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа бар ине. Яңыраҡ ҡына ошондай үҙәк Салауат ҡалаһында асылды. Халыҡ йөрөй. Унда төрлө белгестәрҙән, мәҫәлән, психолог һәм юристарҙан ярҙам алырға мөмкин. Күреү һәләтен юғалтыусылар яңғыҙ түгел икәндәрен белһен ине”...

Руслан Ҡотломбәтов:

“Беҙҙең китапханала китап сығарыу секторы эшләп килә. Республиканың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә дәүләт заказы буйынса эш алып барыла, йылына 6 китап сығарабыҙ. Уларҙың өсәүһе башҡорт, өсәүһе урыҫ телендә донъя күрә. Урындағы авторҙарҙың әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Китаптар Брайль шрифында сығарыла. Был күләмле эш. Әгәр ябай китап бер томда булһа, Брайль шрифына күсергәс, ул 3-4 томға етә. Аудиотаҫмаларҙа һәм электрон сараларҙа “һөйләй” торған китаптар яҙҙырыу эше лә алып барыла. Үҙебеҙҙең ЛФК форматында база бар. Ул даими тулыландырылып тора. Базаға уҡыусылар беҙгә килеп тә инә ала. Шулай уҡ виртуаль рәүештә теркәү үтеп, ниндәй китап кәрәк, шуны үҙенә һаҡлап тыңлау мөмкинлегенә эйә.

 Бөгөнгө көндә фондта 250 меңгә яҡын китап тупланған.

 Беҙ заман менән бергә атлайбыҙ. Үҙебеҙҙең сайт эшләп килә, яңыһын асырға торабыҙ. Әле тулыландырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Хәҙерге ваҡытта виртуаль хеҙмәтләндереү көнүҙәк булып тора. “Асыҡ мөхит”, “Китапхананы үҫтереү”, “Телде һаҡлау” программалары ярҙамында яңы компьютерҙар алабыҙ. Ҡорамалдар йыл һайын тиерлек яңыртылып тора. Әлбиттә, был ябай компьютерҙар түгел. Улар һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған программа менән алына. Ул ДЖАВС тип атала.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, беҙҙең китапхананың фонды  төрлө мәғлүмәт һаҡлағыстарҙа тупланған. Китапхана процестары компьютер менән йыһазландырылған, локаль селтәр һәм веб-сайт эшләй. Күреү һәләтән юғалтҡан хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны тифло-ҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса методик үҙәк булып иҫәпләнәбеҙ”.  

 

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии