Cәләмәт быуындан-сәләмәт быуын тыуа…

Рәсәйҙә әлеге көндә өлкәндәр өсөн 502, балалар өсөн 193 сәләмәтлек үҙәге эшләй. Ә Башҡортостанда 17 үҙәк иҫәпләнә.

Асыҡ студия
Cәләмәт быуындан-сәләмәт быуын тыуа…
Асыҡ студия

 

 

Республикала “Түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереүе” программаһы ҡабул ителгән.

 

Үкенескә ҡаршы, күп халыҡ аяҡтан йығылмайынса, табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Бер ерең дә ауыртмау – был әле һин һау, сәләмәт тигәнде аңлатмай шул. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте тарафынан “сәләмәт йәшәү рәүеше” иң ҙур приоритет йүнәлеш тип иҫәпләнә. Сөнки ул милләттең һәм һәр кешенең һаулыҡ дәрәжәһен билдәләүсе төп индикатор. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған объекттар асылды. Улар араһында “Сәләмәтлек үҙәктәре”н билдәләп үтергә була. Медицина университетын тамамлаусылар менән осрашҡанда, (интернатура, ардинатурала белем алыусылар күҙ уңында тотола) ошо үҙәктәрҙең ресурстары, мөмкинлектәре хаҡында белмәүе аптыратты.

Был тәү сиратта етерлек кимәлдә мәғлүмәт булмауына ла  бәйлелер. Йәштәргә уны икенсе юҫыҡта еткерергә ине. Мәҫәлән, киләсәк быуын сәләмәтлеге тулыһынса уларға бәйле икәнлеген төшөндөрөү кәрәк. Сәләмәт быуындан – сәләмәт быуын тыуа. Күптәр медицина хеҙмәтләндереүен түләүле тип уйлай. Шуны әйтергә кәрәк,  Рәсәй масштабында  һәм республикала “Түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереү” программаһы ҡабул ителгән. Ул поликлиникаға  ингәс тә, элеүле тора. Үкенескә ҡаршы, профилле табип-белгестәр етешмәй.  Әгәр ҙә һеҙгә түләүле хеҙмәтләндереү тәҡдим итһәләр, һеҙ кисекмәҫтән, ни өсөн түләүле булыуын һорарға тейешһегеҙ.  Страховка компаниялары улар аша аҡса үтеү өсөн генә ойошторолмаған, уларҙың төп тәғәйенләнеше - ябай халыҡтың адвокаты,  йәғни яҡлаусыһы булыу. Әгәр түләүле ярҙам алһағыҙ, квитанцияларығыҙ менән аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыу өсөн ошо компанияларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

 

Һәр кеше үҙ сәләмәтлеген үҙе хәстәрләргә тейеш…

 Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ҡабул иткән пациенттарҙың һанына ҡарап түләнә. Ә беҙҙең кемдәр күберәк йөрөй был үҙәктәргә? Әлбиттә, ололар, эштәре булмағандар, хаҡлы ялдағылар. Был сәләмәтлек үҙәктәре күберәк йәштәргә тәғәйенләнгән. Студенттар, йәштәр  унда сәләмәт тормош рәүешен алып барыу буйынса кәңәш алырға тейеш.  ЭКГ үтеп, төрлө анализдар тапшырып, үҙен физик мөмкинлеген белеп, нисек туҡланырға барыһын да асыҡлай ала.

  Бынан ике йыл элек Ҡатын-ҡыҙҙар парламент клубы ойошторолдо. Һәм беҙ зур акция башланыҡ.  Өфө ҡалаһының медицина хеҙмәткәрҙәре, йәш гвардиясылар менән берлектә социаль проект иғлан иттек. Уның төп маҡсаты- студенттарҙың һәр береһен үҙҙәренең территориаль сәләмәт үҙәге булған поликлиникаға беркетеп, һаулығын тикшертеү.

  Төрлө социаль тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, беҙҙең илдә сәләмәтлек ҡәҙерен бары 50-55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60-65 йәшлек ир-ат ҡына белә. Йәштәр һәм өлкәндәрҙең өстән ике өлөшө ҡаты сирләгәндән һуң ғына табипҡа күренергә ризалаша. Һәр етенсе кеше  ауыр хәлгә юлыҡҡас та,  дауаханаға аяҡ баҫмай. Һәр кем үҙ сәләмәтлеген үҙе ҡайғыртмаһа, сәләмәт йәшәүгә иғтибар булмаясаҡ.

Фото №1 - Cәләмәт быуындан-сәләмәт быуын тыуа…
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями