“Телдәр фестивале тәүге тапҡыр 1995 йылда Францияның Тур ҡалаһында үткәрелә. Рәсәй территорияһында фестиваль 1996 йылда үткәрелә башлай. Тәүгеләрҙән булып, телдәр фестивале Чебоксар ҡалаһында билдәләнә. Уның маҡсаты халыҡтар дуҫлығы һәм үҙ телеңде һаҡлап, яҡлап алып ҡалыу сараһылыр, тип уйлайым. Башҡортостанда үтеүенең әһәмиәте шунда: башҡорт халҡында сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Һәм ошо мәсьәлә менән бер рәттән үҙебеҙҙең башҡорт телен башҡа милләттәргә еткереү иң ҙур бурыстарҙың береһе.
Фестиваль өс йыл рәттән Башҡортостанда үтә. Тәүге йыл БДУ - ла үтте. 2012 йылда — Башҡорт педогогия университетында. Быйыл даирә ныҡ киңәйгән, халыҡ- ара телдәр менән бер рәттән беҙҙең Башҡортостан, Рәсәй телдәре, мәҫәлән, башҡорт, мари, сыуаш, татар телдәренең презентациялары ла күрһәтелә. Шулай уҡ Ҡаҙағстан республикаһынан ҡунаҡтар саҡырылған. Фестиваль Өфө Дәүләт нефть техник университетында уҙғарыласаҡ. Сит илдәрҙән килгән студенттар үҙҙәренең телдәрен халыҡҡа тәҡдим итәсәктәр.
Йыл һайын бер үк әйберҙе ҡабатламаҫҡа, яңылыҡтар индерергә тырышабыҙ. Ябай тамашасыға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Күп мәғлүмәттәр, төрлө телдәргә һөйөү уятыу мөмкинлеге булыр, тип ышанабыҙ.
БР Юнеско эштәре буйынса комитеты хәбәр итеүенсә, программала фестивалдә ҡатнашыусыларҙың телдәрен презентациялау һәм нефть университетының ижади коллективы әҙерләгән байрам концерты ла ҡаралған”.
14.30 – 18.30 – ӨДНТУ-ның 2-се һәм 3-сө корпустарында телдәрҙе презентациялау программаһы. Бында төрлө форматтағы 140-лаған сығыш (телде презентациялау, лингвоконцерттар, төрлө лингвистик һәм культурологик тематикаға докладтар, брейн-ринг). 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы донъяның ете тел ғаиләһенән 45 тел вәкиле исеменән сығыш яһаясаҡ. Программаға шулай уҡ «Техник прогресс хеҙмәтендә сит телдәр» һәм «Сит телдәр һәм донъя мәҙәниәте» темаларына докладтар индерелгән. Фестивалдең беренсе көнө Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивале йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл менән тамамланасаҡ.
Йәкшәмбе, 8 декабрҙә, фестивалгә ситтән килеүселәр өсөн мәҙәни программа ҡаралған – ӨДНТУ музейына һәм Өфөнөң мәҙәни-тарихи урындары буйлап экскурсия.