Бөгөн Ватан геройҙары көнө билдәләнә

Геройҙар тыуған илгә һәр ваҡыт кәрәк

Асыҡ студия
Бөгөн Ватан геройҙары көнө билдәләнә
Асыҡ студия

 

Илдә 12722 Советтар Союзы геройы булған,  шуларҙың  248-е - Башҡортостандан.  Бөгөн  Ватан геройҙары көнө билдәләнә. Бындай көн кәрәк. Был - патриотик  тәрбиәнең  нигеҙе. Илде һәр ваҡыт яратырға, уға хеҙмәт итергә кәрәк.

 

Бөгөн дә батырлыҡҡа урын бар

 

Мәҫәлән,  диңгеҙ хеҙмәте бик ауыр, хәүефле. 1-се ранг капитаны Сурков, диңгеҙ аҫты аппараттарын һынап,  геройлыҡ күрһәтте.  Беҙҙең ауыр хеҙмәт хөкүмәт, командирҙар тарафынан баһаланырға тейеш. Башҡортостан  илгә  40 меңдән ашыу  моряк биргән, шуларҙың  35-е - адмирал. Мәҫәлән,  адмирал Маслов, вице-адмирал  Сержанин. Яҡташтар һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итә. Улар герой булмаһа ла,  эштәре батырлыҡҡа тиң.  

 

Тарихҡа ҡараһаҡ...

 

 Рәсәйгә ҡушылғас,  ниндәй һуғыштар булмаһын, башҡорттар  һәр ваҡыт  ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Уларға ҡарап,  башлыҡтар  ғына түгел,  дошмандары ла һоҡланған, ҡурҡҡан.

 

Хеҙмәт иткән йәштәрҙең абруйын арттырырға, данын күтәрергә,  тип төрлө эштәр эшләйбеҙ

 

Беҙ,  диңгеҙселәр,  осрашыуҙар,   йыйылыштар  ойошторабыҙ. Хыялыбыҙ - Еңеү паркында мемориаль комплекс булдырыу. Унда Башҡортостандан кемдәр ниндәй дәрәжәгә еткән, батырлыҡ күрһәткән, герой исеменә лайыҡ булған шуларҙың исемдәрен теркәп барырға  уйлайбыҙ. Геройҙы халыҡ тәрбиәләй, герой халыҡ араһынан сыға.

 

Башҡорт халҡының илгә тоғролоғо, көсө, матурлығы - уның батырлығында

 

 Кешеләр үлә, уларҙың исемдәре, эштәре ҡала.  Һуңғы йылдарҙа битарафлыҡ булды. Кешеләр үҙҙәренең ни өсөн йәшәгәнен, йәшәүҙең мәғәнәһен белмәй башланы. Көндәлек тормошта ла  башҡалар ғүмерен ҡотҡарып  Герой тигән   исемгә лайыҡ кешеләр күп. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә йәшәйек, Башҡортостаныбыҙҙы данлайыҡ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ