Башҡортостан ,,Китап,, нәшриәте үҙгәрештәр кисерә
Элек китаптар ҙур тираждар менән сығып, төпкөл ауылдарға тиклем барып етеп, үҙ уҡыусыһын тапһа, бөгөн иһә хәл икенсерәк. Быйыл төрлө жанрҙағы 200 китап донъя күрҙе. Шуларҙың 60 проценты уҡыу әсбаптары, дәреслектәр булһа, 40 проценты - нәфис әҙәбиәт. Әлеге ваҡытта уҡыусылар зауығына тап килгән әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирелә. Был йәһәттән, дәүләт ярҙамына таянып эш итәбеҙ.
Төп йүнәлешебеҙ – халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү
Дөйөм Рәсәй кимәлендә күп кенә эшҡыуарҙар китап баҫтырып сығарып, быға аҡса эшләүҙең бер юлы тип ҡарай. Детектив, мөхәббәт мажаралары хаҡындағы китаптар магазин кәштәләрендә күпләп урын ала. Беҙҙең З.Биишева исемендәге Башҡортостан ,,Китап,, нәшриәте коллективы, дәүләт нәшриәте булараҡ, үҙенең кимәлен һис ҡасан да төшөрмәй. Киләһе йыл уға 95 йыл тула. Төп йүнәлешебеҙ – халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү.
Ноябрь айында Сыуаш республикаһында Рәсәйҙә китап сығарыусы нәшриәттәрҙең төбәк семинарында ҡатнашырға насип булды. Унда Рәсәй Китап Палатаһы ассоцияцияһы аналитик мәғлүмәттәренә таянып, китап баҫтырып сығарыу буйынса Башҡортостан - 1-се, Татарстан 2-се һәм Мордовия республикаһы III урында, тип билдәләнде.
Китап һатыу мәсьәләһенә килгәндә...
"Китап" нәшриәтенең үҙ магазины бар, баш ҡаланың Октябрь проспектындағы полиграф комбинаты йортонда урынлашҡан ул. Шулай уҡ, халыҡ теле менән әйткәндә, ,Аҡ йорт,,та, Хөкүмәт йортондағы киоскыларҙа һатыу ойошторолған. Учалы ҡалаһында һатыу нөктәбеҙ бар. Силәбе, Ырымбур өлкәләренә күсмә сауҙа ойоштороп торабыҙ. Беҙҙә электрон китаптар ҙа нәшер ителә. Хаҡтары 10 - 100 һум. Улар күп осраҡта компьютер, интернет менән дуҫ кешеләр, йәштәр өсөн уңайлы. Электрон һәм традицион китаптар сығарыу киләсәктә параллель үҫеш алыр тип уйлайым.
Бөтә республика халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Киләсәктә лә һеҙҙе бай йөкмәткеле китаптарыбыҙ менән ҡыуандырып торорбоҙ тип уйлайым.