Хәләл һәм харам
Үҙебеҙҙең телгә тәржемә иткәндә рөхсәт ителгән һәм тыйылған тип әйтергә була. Ислам динендә хәләлде хәләл тип, харамды харам тип таныу ҙур урын биләп тора. Дөйөм талаптарға килгәндә, хәләл һәм харамды беҙ күберәк иткә ҡарата ҡулланабыҙ. Ислам динендә шундай ҡанун бар, әгәр ниндәйҙер әйбер, йә ғәмәл тыйылмай икән, тимәк, был рөхсәт ителгән.
Хәләл комитетының әйткәндәре буйынса, һуңғы йылдарҙа бындай тауарҙар күбәйҙе. Әммә шулай ҙа республикала 60-70 процент мосолман халҡы йәшәгәнде күҙ уңында тотҡанда, хәләл продукцияны күберәк етештерергә кәрәк. Магазиндарҙа күберәк үҙебеҙҙең тауарҙар булһа ла, сит ерҙән дә күп килтерәләр. Беҙҙә етештерелгән тауарҙар бар. Мәҫәлән Турбаслы, Авдон тауыҡ фабрикалары хәләл етештерә.
Хәләл комитет
Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ҡарамағында хәләл комитет булдырылды. Һәм әүҙем эш башланды. Ул республикала “хәләл” стандаттарға ярашлы, тауар етештереүселәргә, ойошмаларға сертификат бирә. Уларҙы барып тикшерә, даими күҙәтеү аҫтында тота һәм бергәләп эш алып бара. Комитеттың әүҙем эшләүе һөҙөмтәһендә, үҙҙәренең офистары барлыҡҡа килде. Был, әлбиттә, “хәләл” бренд кимәленә еткән тип әйтергә була.
Рәсәйҙең мөфтөйҙәр кәңәшмәһенән һуң, “хәләл” стандарттар булдырылды, айырым билдә ҡабул ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө ерҙәрҙә хәләл комитеттары булғанға, тамғалар ҙа төрлөсә килеп сыҡты. Улар бер төрлө булырға тейеш булғандыр, тип уйлайым.
Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар ышаныслы
Беҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы алырға кәңәш итер инем. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар ышаныслы, уларҙы даими тикшереп торалар. Етештереүселәр ҙә эшселәрен мосолман халҡынан алырға тырыша. Улар шәриғәт ҡанундарын үтәп етештерә. Шуға күрә продукттың “хәләл” тигән тамғаһы булырға тейеш. Икенсәнән, адресын ҡарау зыян итмәҫ, был ышаныс өҫтәр. Тағы ла яңлышмаһындар ине, мосолман тип яҙылған колбасалар ҙа һатыла. Мосолман тип яҙылһа ла, унда сусҡа ите ҡушылмаған тигәнде генә аңлата. Ә хәләл түгел. Һәм уларҙы бер ниндәйҙә хәләл комитеты контролдә тотмай. Әгәр “хәләл” мисәте тора икән, шикләнмәйенсә, алырға була.
Беҙҙең доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуы — киләсәгебеҙҙә, бәхетебеҙҙә, ғаиләбеҙҙә. Улар барыһы ла беҙҙең хәләл юлды һайлауыбыҙ менән бәйле. Шуға күрә беҙ хәләл юлда булырға тейеш , хәләл аҙыҡ ашайыҡ һәм Аллаһы тәғәләнең ҡанундарын тотайыҡ.