Урындағы үҙ идаралыҡ.

Рәсәй  Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе  теүәл 20 йыл элек ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһына бәйле ине. Ул урындағы үҙидаралыҡты  үҫтереү бурысын ғына түгел, халыҡ менән эшләү, һәр граждан өсөн асыҡ булыу талабын ҡуйҙы.

Асыҡ студия
Урындағы үҙ идаралыҡ.
Асыҡ студия

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙ идараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы 131-се Федераль закон көсөнә инеүгә ун йыл булды. Беҙ быны билдәләп, конференциялар, төрлө семинарҙар үткәрҙек. Был законды күптәр аңлап етмәй, дәүләтте урындағы  үҙидаралыҡтан айырмайҙар. Шуға күрә халыҡҡа еткереү маҡсатында, проблемаларҙы күҙҙән үткәреп,  нисек тә булһа хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ.

Ауыл Советы хакимиәте — халыҡҡа иң яҡын торған орган

Ауыл Советы хакимиәте — халыҡҡа иң яҡын торған орган. Ул үҙенә беркетелгән биләмәлә йәшәүселәрҙең көнитмешен генә түгел, хатта тын алышын да белеп торорға бурыслы. Һүҙ ҙә юҡ, урындағы башлыҡтарҙың эшмәкәрлек даирәһе киң. Шул уҡ ваҡытта һәр йүнәлештәге сараның закон нигеҙендә атҡарылыуы мотлаҡ. Үҙ-үҙеңде тәъмин итеү системаһына күсеү эшен илке-һалҡы алып барғандарға ғына түгел, һәр башланғысты күтәреп алған әүҙем һәм тырыштарға ла байтаҡ ҡаршылыҡ тыуа. Мәҫәлән, финанслау булмау арҡаһында янғын хәүефен иҫкәртеү, биләмәне, һыу ҡоролмаларын тәртиптә һәм ирекле халыҡ дружиналарын тотоу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кеүек мәсьәләләрҙе тейешле кимәлдә хәл итеү ауыр. Шуға ла йыш ҡына күҙәтеү органдары иғтибарына эләгеп, ҙур күләмдә штраф түләргә, янғындан оло зыян күрергә мәжбүрҙәр һәм башҡалар. 131-се Федераль законға ярашлы, үҙ идаралыҡ күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла булдырылған һәм ҡайһы берҙәре бик уңышлы эшләп килә. Уларҙың эшмәкәрлегенән граждандарҙың үҙҙәренә лә, муниципаль берәмектәргә лә, республикаға ла файҙа ҙур.

Көслө муниципалитеттар кәрәк

Ошо тәңгәлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар йүнәлтеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Халыҡтың әүҙемлеге райондарҙың барыһында ла яҡшы,  тип әйтеп булмай. Граждандар һаман да йәшәгән төйәктәренә ҡағылышлы сараларҙа ҡатнашыуҙан ситтә ҡала, ер-һыуҙы күркәмләндереү буйынса матур башланғыстарҙы берҙәм күтәреп алырға ашыҡмай. Шулай ҙа республика кимәлендә өлгө булырҙай урындағы үҙидаралар бар. Мәҫәлән, Ишембай районының Смаҡай ауыл биләмәһе "Халыҡ бюджеты" проектында ҡатнашып, грант яулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп урында һаман да теге йәки был мәсьәләнең сиселешен көтөп, Үҙәк йәки төбәк етәкселәренә күҙ төбәүҙәрен дауам итә. Президент В.В. Путиндың әйткән һүҙе бар:  «Илебеҙҙең көслө булыуын теләйбеҙ икән,  иң беренсе көслө муниципалитеттар кәрәк. Муниципалитеттарҙың көслө булыуы халыҡтың үҙенән тора».  Шуға күрә берләшеп эшләргә кәрәк.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями