Ҡан тапшырыу — батырлыҡҡа тиң

“Ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында”ғы Федераль закондың  23-сө статьяһына ярашлы, 40 тапҡырҙан ашыу ҡан һәм 60 тапҡырҙан ашыу ҡан плазмаһы биргән кешеләр “Рәсәйҙең почетлы доноры” билдәһе менән бүләкләнә.  Почетлы донор исеменә лайыҡ кеше ай һайын пенсияһына, эш хаҡына, өҫтәп  мең һум тирәһе аҡса ала.   Эшләгән урынынан санаторийға сиратһыҙ путевка ала һәм  планлы рәүештә дауаханаға  ятып дауалана ала. Республикала быйыл  иҫтәлекле миҙалға Илнар Зәйтүн  улы Хәбирйәнов лайыҡ булды. 2009 йылда «АвтоМотоДонор» хәрәкәтен асып ебәрҙе. Был хәрәкәткә бик күп донорҙар  ҡушылып ҙур файҙа килтерәләр. Был хәрәкәтте ул  йыл һайын 2 тапҡыр  ойоштора. 

Асыҡ студия
Ҡан тапшырыу — батырлыҡҡа тиң
Асыҡ студия

 

Хеҙмәт кодексына ярашлы, ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған көндә кешегә ял бирелергә тейеш. Өҫтәмә ял көнө, хеҙмәткәрҙең теләге буйынса, йыллыҡ отпускыға ҡушыла йәки башҡа ваҡытта файҙаланыла. Йәшәү минимумына ҡарап, 340 һум аҡсалата компенсация түләнә.

Рәсәй ҡануны буйынса, 18 йәше тулған кеше донорҙар сафына баҫа ала. Элекке закон буйынса 60 йәшкә тиклем ине. Хәҙер яңы закон буйынса юғары планканы алдылар. Йәш сикләмәһе юҡ.

 

Ҡан тапшырыу — батырлыҡҡа тиң тиеүҙәре менән килешәм. Бөгөн һеҙ ярҙам итһәгеҙ, иртәгә һеҙгә ярҙам итерҙәр. Беҙ 4-5 ғинуарҙа эшләйбеҙ. Яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға ,үҙегеҙ белмәгән кешеләргә  ярҙам итергә теләһәгеҙ, килегеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти