Сығарылыш иншаһының тергеҙелеүе.

Мәрхәбә Дәүләтшина. Сығарылыш иншаһының тергеҙеләсәге тураһындағы яңылыҡҡа мин ыңғай  ҡарайым.. Берҙәм дәүләт имтиханын  тест формаһында биреү балаларҙың үҫеш кимәленә зыян килтерҙе,  тип иҫәпләйем, сөнки китап уҡыуға әүәҫлек кәмене, яҙып биреү күнекмәләре булмағас,  фекер асыҡ итеп әйтелмәй. Мәктәп программаларында  иншалар  алып ташланманы, әммә имтихан  булмағас,  иғтибар кәмене. Беҙ филология факултетына  ингәндә  инша яҙҙырып алабыҙ. Ниндәй кимәлдә яҙыуҙарын күрәбеҙ,әҙерлектәре күренә. Был буласаҡ уҡытыусыларға кәрәк. Мәктәптә ниндәйҙер бер системаға һалып өйрәткәндә әллә ни ауырлығы юҡтыр тип уйлайым. Тасуирлау иншалары яҙҙырғанда,   баланың фекерләүе үҫешә, уҡыусыларҙың телмәрен үҫешә.

Асыҡ студия
Сығарылыш иншаһының тергеҙелеүе.
Асыҡ студия

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар  үҙҙәре үк шул йүнәлештә эшләй. Имтихандан алып ташланды,  тип мәктәптә инша яҙҙырмай ултырмайҙар. Тырышлыҡ һөҙөмтә бирә…

Айтуған Ҡуланшин, студент. Иншаға килгәндә, быны өҫтәлмә йөк тип ҡабул итергә кәрәкмәй. Кеше үҙенең фекерен белдерергә өйрәнә. Икенсенән,  беҙ мәктәптә  шәхес тәрбиәләргә тейешбеҙ,   тип әйтәбеҙ бит яңы федераль стандартарға ярашлы. Шәхес – үҙ фекерен башҡа халыҡҡа еткерә белеүсе. Шуға күрә, инша яҙа белеү, фекерен еткерә белеү - шәхестең ыңғай сифаты. Имтихан биргәндә ирекле темаға урын күберәк бүленергә тейештер. Классик әҫәрҙәрҙе уҡыусы белергә тейеш, әммә  әҙер фекерҙәр яңғыраясаҡ, ҡайҙандыр күсереү осраҡтары була. Ирекле тема икән, уҡыусы уны үҙ яҙа ала тип уйлайым…

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями