Олимпия уты - Өфөлә.

Ришат Йәдкәров. Ошондай ҙур сара беҙҙең Башҡортостанда үтәсәге билдәле булғас, конкурс иғлан ителде. Мин 80-се йылда уҡ көслө спортсы инем. Спорт өлкәһендә 30 йылға яҡын эшләп йөрөйөм, ветеран, спортта шәхес булараҡ  мине тәҡдим иттеләр. Конкурс нигеҙендә комиссия һайлап алды.  

Асыҡ студия
Олимпия уты - Өфөлә.
Асыҡ студия

Ғайса Хәлитов. Ойоштороу комиссияһы райондағы билдәле шәхестәрҙең кандидатуралары араһынан беҙҙе һайлап алған. Аптырап ҡалдыҡ, сөнки беҙ бер туғандар. Апайым гер күтәреү буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы һәм һуңғы 2 йылда донъя рекорды ҡуйған кеше. Мин республика кимәлендәге күп тапҡырҙар чемпионаттар үткәреүҙә ярҙам иткән   етәксе булараҡ үткәнмендер,  тип уйлайым. Еңел атлетика буйынса Рәсәй, республика кимәлендә көмөш миҙал яулаған спортсы,  25 йыл мәктәптә йәш балаларға спорт өлкәһендә  белем биргән кеше булараҡ,  минең өсөн был иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе. Малай саҡтан хыяллана торған инем шундай ҙур ярыштарҙа ҡатнашып, шуның шаһиты булһаң ине, тип.

Сәмәрә Хәлитова. Миңә был бүләк һымаҡ булды.  Хат килде  олимпиада утын алып барырға һеҙ хоҡуҡлы тигән, шатлығымдың сиге булманы. Беҙҙә тәүге олимпиада үткәндә миңә 18 йәштәр тирәһе ине, хәҙер беҙ олатай-өләсәйҙәр бит инде.  Миңә был ҙур ғорурлыҡ.  Беҙ факелды тыуған яғыбыҙға алып ҡайтырға уйлайбыҙ. Хаҡы 12 мең һумға төшә тиҙәр, беҙ уны һатып алып районға алып ҡайтабыҙ.

Фото №1 - Олимпия уты - Өфөлә.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ