Йыл йомғаҡтары: иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы.

Республикабыҙ баш ҡалаһына инвесторҙар йәлеп ителде, федераль үҙәк менән төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. ШОС һәм БРИКС саммиттарының әһәмиәте нимәлә тигән йыл һорау менән беҙ Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитовҡа мөрәжәғәт иттек.

Асыҡ студия
Йыл йомғаҡтары: иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы.
Асыҡ студия

Әлбиттә, был форумдар үҙенән-үҙе файҙа килтермәйәсәк. Беренсенән Башҡортостан республикаһы, Өфө ҡалаһы - был саммиттарҙы үткәреү өсөн техник майҙан тип атарға кәрәк. Беҙ ҙур эш алып барабыҙ, көн дә Мәскәүҙәге коллегаларыбыҙ менән осрашабыҙ. Улар беҙгә килә, беҙ уларға йөрөйбөҙ, өйрәнәбеҙ.  Сөнки беҙҙең республикала  ундай ҙур форумдар үткәргән булманы әле. Уйлап ҡарағыҙ, 2015 йылда беҙгә 20 илдән 20 президент килергә тейеш. Делегациялар, журналистар,  ун меңләп кеше буласаҡ Өфөлә. Шулар өсөн беҙ техник яҡтан эшләргә тейешбеҙ, эштәре лә, ял итеү урындары ла һәйбәт булһын тип. Ләкин техник яғы эштең бер генә өлөшө. Мөһим эш - Республиканы презентациялау, уның ҡеүәтен, бөгөнгө хәлен донъяға, Рәсәйгә таратыу. Беҙ күп кенә региондарҙа булдыҡ, Башҡортостанды бигүк белеп бөтмәйҙәр. Башҡортостан тураһында нефть, бал тип кенә беләләр, бөгөнгө сәнәғәттең ниндәй кимәлдә булыуын, инвесторҙарға ниндәй льготалар бирелә, был  турала кешеләр бик белеп  бөтмәй. Ҡунаҡтар бер-ике көнгә килеп китәсәк, ә бына Өфө халҡы, Башҡортостан халҡы бында гел йәшәй, уларҙың йәшәү кимәле юғары булырға тейеш. ШОС һәм БРИКС саммиттары ул импульс бирә торған бер сара ғына, шуны аңларға кәрәк. Әлеге көндә 3 ҡунаҡхана асылды. Самалап 150 яңы урын булды. 2015 йылға ике мең номер булдырылыр,  тип күҙаллайбыҙ, был - 5-6 ҡунаҡхана тигән һүҙ. Ошоға тиклем беҙҙә халыҡ-ара ҡунаҡхана юҡ ине, хәҙер буласаҡ. Былар булһа, тимәк,  бизнес-климат һәйбәт. Беҙ Республика бюджетынан Конгресс-Холлды ғына ремонтлайбыҙ. Беҙ саммиттан  файҙаланып,  аэропортты яңыртырға  федераль бюджеттан  7 млрд  һум аҡса алабыҙ, БДУ биналарын яңыртырға -1 млрд һум вәғәҙә иттеләр, яр буйын матурларға 5млрд  бирергә тейештәр. ШОС һәм БРИКС саммиттары  яңыртыуҙа  этәргес ул беҙҙең өсөн.

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек программаһына ярашлы, быйыл Һиндостан, Ҡаҙағстан, Мәскәүҙә Башҡортостанды презентациялау саралары

Башҡортостан - ауыл хужалығы үҫешкән төбәк. Быйыл юғалтыуҙар күп булды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хеҙмәтсәндәр йылды матур күрһәткестәр менән тамамлай.  Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин шулай тип билдәләй.

Илдең, республиканың иҡтисади хәле, беренсе сиратта, ябай халыҡ тормошонда сағылыш табырға тейеш. Рәсәй төбәктәренең 2013 йылға социаль күрһәткестәр рейтингы иғлан ителде. Башҡортостан был исемлектә тәүге  20 субъект рәтендә.

Быйыл уртаса хеҙмәт хаҡын үҫтереүгә бер ни тиклем ирешелде. Социаль пособиелар буйынса урындағы закондар камиллаштырыла. Ауыл хужалығына айырым ҡараш һәм эшһеҙлек күрһәткесе былтырғы менән сағыштырғанда түбән. Уңыштарҙың серен, нисек кенә тимәйек, һөйләнгәндәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүендә тип баһаларға мөмкиндер.

2013 йыл бюджеты 12 миллиард ярым һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителгәйне, социаль йөкләмәләр тормошҡа ашырылды. Тимәк, алға китеш бар, һалымдар түләнә, дәүләт үҙ иңенә алған яуаплылыҡты үтәй.

Был йәһәттән эксперт фекерҙәренә туҡталайыҡ, дуҫтар.

2013 йылды ҡаршылағанда ул Башҡортостандың финанстар министры ине, әле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа комитет рәйесе. Рүзәлиә Хисмәтуллина менән Бәйтулла Фәтҡуллин әңгәмәләште.

Рәсәй өсөн юлдар айырым ҙур мәсьәлә. Әйткәндәй, апрель айында республика Президенты Башҡортостан юлдаш телеканалы аша халыҡты борсоған һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирҙе. Мәҫәлән, миңә ошо һөйләшеү барышында ҡыҙыу телефон төркөмөн етәкләргә тура килде һәм шылтыратыусыларҙың күбеһе – тап насар юлдар мәсьәләһен күтәреүен билдәләй алам. 

Тағы ла бер тема – Башҡортостан аша Европа – Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара трассаһы. Был иһә Бәләбәйҙән Күмертауға тиклем А класслы юғары тиҙлекле магистарль үтәсәк тигән һүҙ. Дөйөм арауыҡ - 300 саҡырым самаһы. Ебәк юлдың Башҡортостан өлөшөн төҙөүгә былтыр Йәрмәкәй районында башланғыс бирелде. Республиканың юл төҙөлөшө комитеты рәйесе – Ильяс Мөниров һөйләй.

Республика ҡарамағындағы юлдарға килгәндә, Башҡортостанда шулай уҡ ҙур ҡулса планлаштырыла. Ул Урал аръяғы райондарын үҫтереү программаһы үтәлешенә лә этәргес бирәсәк проект. Был эшкә август айында Ишембай районының Ҡолғона ауылы янында старт бирелде. 

Республика етәкселәре, иҡтисадсылар, махсус ведомство хеҙмәткәрҙәре эске тулайым продукт күрһәткесен арттырыу, тышҡы сауҙа бәйләнештәрен булдырыу буйынса эштәр алып бара. Иҡтисад үҫешен сәнәғәтһеҙ һис кенә лә күҙ алдына килтереп булмай, район-ҡалаларҙа яңы предприятиелар ҙа асыла башланы.

Иҡтисад тармағын күҙ уңында тотоп әле генә тулы бер йылға объектив баһа биреү дөрөҫ түгел. Сөнки бөгөн башланған күп кенә эштәрҙең һөҙөмтәһен иртәгә күрербеҙ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти