Йылға ижтимағи-сәйәси йомғаҡ.

Тапшырыу ғәҙәти ваҡытында эфирға сыҡты, әммә уның йөкмәткеһе лә, ҡоролошо ла бөгөн икенсерәк булыр, сөнки, иғтибар ителгәндер, был аҙнала беҙ 2013 йылға тормоштоң төрлө өлкәләре буйынса йомғаҡ яһай киләбеҙ. Йомғаҡ-һығымтаһыҙ киләсәктә һәйбәт һөҙөмтәнең дә әллә ни булмағанын иҫтә тотоп башҡарабыҙ быны. Мәҫәлән, ниндәйҙер ныҡ камил закондың ҡабул ителеп, көсөнә индерелеп тә, уның ғәмәлдә нисек эшләгәнен, ғөмүмән эшләй аламы-юҡмылығын күҙәтмәгәндә лә күренеш шәп булмайҙыр бит.

Асыҡ студия
Йылға ижтимағи-сәйәси йомғаҡ.
Асыҡ студия

 Һүҙҙе илдәге дәүләт хакимлығының тап ошо тармағынан башлау яғындабыҙ, сөнки, беҙҙең ҡарашҡа, уның быйылғы эшмәкәрлегендә ана шул үҙ аллы тармаҡ булыуҙы ғәмәлдә лә раҫлауға ынтылыш һиҙелерлек булды һымаҡ һәм палата ҡабул иткән закондарҙың ҡайһы берҙәре халыҡтың бик күп өлөшөнә ҡағылды, ә, тимәк, йәмғиәттә ҙур яңғыраш та тапты. Миҫал рәүешендә әле яңы ғына, 23 декабрҙәге, көҙгө сессиялағы һуңғы, ултырышта, пенсия буйынса закондарҙың ҡабул ителеүен килтерергә булалыр. Бик ҡаты дебаттарға ҡарамаҫтан пакет өсөн һуңғы уҡыуҙа тауыш бирелде, Федерация Советы раҫланы, президент ҡул ҡуйҙы.

   Мөһим закондармы? Әлбиттә, һис шикһеҙ. Сөнки 2015 йылдың 1 ғинуарынан уны иҫәпләү яңы формула буйынса башҡарыласаҡ. Хәҙер инде телебеҙгә «балл” тигән һүҙ һаман тәрәнгәрәк инә барыр, сөнки страховка өлөшө, ошоғаса булғанса, һумдарҙа түгел, ә тап шул баллдарҙа иҫәпләнәсәк.

Дума эшмәкәрлеген ул ҡабул иткән закондар һаны менән баһалау дөрөҫ микән? Һәр хәлдә беҙҙә был шик тыуҙыра, юғиһә улар көҙгө сессияла ғына 200-гә еткән, шулай ҙа дәүләт ҡаҙнаһында ҡул ҡаушырып ултырмау күҙлегенән баҡҡанда был да – күрһәткестер. Әммә ошо эшмәкәрлекте сағыуыраҡ балҡытып ебәргән нәмә – ниндәйҙер - йә ыңғай, йә кире резонанс тыуҙырған проекттар, әлбиттә. Мәҫәлән, тәмәке тартыу буйынса. Рәсәй парламенты, рәсми телдә әйтһәк, «Граждандарҙың һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында» законды ҡабул итте,

 Конституция мәсьәләһе 2013 йылда йыш күтәрелде һәм бының сәбәптәрен дә яҡшы беләбеҙ: берҙән - юбилей, икенсенән - Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да төп законына үҙгәрештәр ҡаралды. Үҙгәрештәрҙең Юғары һәм Юғары Арбитраж судтарҙың берләштерелеүенә, дәүләт башлығының прокуратурала кадрҙарҙы тәғәйенләүенә һәм башҡаларға бәйле икәнлеге мәғлүм. Әле беҙ Башҡортостан конституцияһына ҡағылмайбыҙ, сөнки бында мәсьәлә мөһимерәк. Мөһимерәк, сөнки беҙ йәшәгән ер ул һәм һүҙ республиканың иң юғары етәксеһе вазифаһы атамаһы тураһында бара. Мәсьәлә оҙаҡ арауыҡ иғтибарҙы йәлеп итте, бик күп фекерҙәр белдерелде һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 26 декабрҙәге ултырышына сығарылды.

Ә Рәсәй кимәлендә Конституцияның 20 йыллығы дәүләттең, беҙҙеңсә, ваҡыт-ваҡыт мотлаҡ башҡарырға тейешле ғәмәленә – амнистияға нигеҙ ҙә, сәбәп тә булды. Тейешле тибеҙ, сөнки был – бая әйтелгән фекер – законға сама белеп ҡарарға, аҡыл, тәжрибә, үҙенсәлектәргә ҡарап эш итергә кәрәклек, үтәлмәй киткән осраҡтарҙа хәлде нисектер тигеҙләүҙең бер ысулылыр. Хоккейҙа ла арбитр ҡайһылыр командаға нигеҙһеҙерәк яза биргәнен аңлаһа, хатаһын аҙаҡ, ҡағиҙә яңынан боҙола биргәндә, йомшағыраҡ ҡарашы менән төҙәтә бит, шундағы һымаҡ.

   Амнистияның 20 меңдән ашыу кешегә ҡағылыры билдәле һәм уның Рәсәйҙең генә түгел, тотош донъяның тигәндәй теле осондағы бер исемгә ҡағылғаны ла мәғлүм. Путиндың 19 декабрҙәге матбуғат конференцияһы бөтөү менән Ходорковскийҙың ярлыҡауланасағы тураһында белдереүе донъяны йәһәт урап сыҡты, күп тә үтмәй бының тормошҡа ашҡаны ла мәғлүм ителде. Бына был осраҡта дәүләт механизмының мөғжизәле көйлө эшләүенә һоҡланыу кәрәктер. Юғиһә президенттың май указдары тип аталған документтары тормошҡа тейешенсә ашырылмай, тип зарланыу ҙа бит – йыл йомғаҡтарына инерлек күренеш.

Дума дәүләт символдарын киңерәк ҡулланыуҙы күҙҙә тотҡан закондарҙы ла ҡабул итте. Хәҙер Рәсәй флагы дөйөм белем биреү учреждениелары биналарында ла ҡуйыласаҡ. Йәнә лә флаг ошо уҡыу йорттарында үткән саралар ваҡытында тантаналы күтәреләсәк тә. Был урындарҙа гимнды уйнатыу буйынса ла үҙгәреш бар.

   Мәғариф системаһының 2013 йылда ғөмүмән дә ҙур үҙгәрештәргә дусар ителгәнен иҫләйбеҙ. 

    Мәғариф тураһында яңы федераль закон көсөнә инде. Иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткән проект булды ул һәм был аңлашыла ла – илдәге бик күп кешенең ихтыяжы уға бәйле. Һәм бына был осраҡта дәүләт әллә ни ҡабаланманы – документ буйынса фекер алышыу ике йылдан ашыу барҙы.  Шул иҫәптән йәмәғәтселек тикшереүе үткәнгә лә һиҙелерлек яҡшырҙы, тигән фекер ҙә булды. Эштә федерация субъекттары ла яҡындан ҡатнашты һәм башҡаса булмай ҙа ине - аҙаҡ зарланыу урынына быны булдырмау сараһын алдан күрергә кәрәк ине. Башҡортостанда бының менән хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге эшсе төркөм шөғөлләнде.

Лилиә Ғүмәрова: “Башҡортостан был закондың проектын  әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты.Дөйөм алғанда,  Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе күрһәтмәһе буйынса ойошторолған эш төркөмө тарафынан егерменән артыҡ тәҡдим әҙерләнде. Был тәҡдимдәр депутаттар тарафынан эшкәртелеп, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитетына тапшырылды. Улар төҙәтмәләр индереп, байтаҡ тәҡдимдәр иҫәпкә алынды”.

Яҙғы сессияла мәғариф тураһындағы республика законына ла үҙгәрештәр индерелде.

Лилиә Ғүмәрова: Федераль закон Башҡортостан республикаһы  Мәғарифы өлкәһендәге закондарға үһгәрештәр инедереүҙе талап итә.  Ошоға бәйле республика Хөкүмәте тарафынан  законды тормошҡа ашырыу маҡсаты менән ведоство –ара эш төркөмө ойошторолоп, улар был законды бойомға ашырыу саралар планы әҙерләй.50-гә яҡын закон һәм хоҡуҡи норматив акттарға үҙгәреш индереү күҙ уңында тотола.

 Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы яңы законына ярашлы уҡытыусының эш хаҡы төбәктәге уртаса эш хаҡынан түбән булмаҫҡа тейеш. Был Башҡортостан өсөн яңылыҡ түгел – уны үтәлгән тип әйтеп булырлыҡты министр Әлфис Ғаязов 2013 йыл башында уҡ белдергәйне:

    «Йыл һайын үҙгәреп тора. Былтырғы йыл өсөн 18 мең 427 һум ине, йыл аҙағына 22 мең 690 һумға етте. Быйыл тағы артыр тигән планда торабыҙ, 2017 йылға 36 меңгә етә».

Дәүләт Думаһының 2013 йылдағы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡа байҡауҙы киләсәк менән тамамларға булдыҡ, сөнки бының өсөн һәйбәт һылтау бар – депутаттар ҡыҫҡа көнлө, оҙон төнлө каникулға тиҙҙән был яҡлап бер ни тиклем еңеллек килерен вәғәҙәләп таралышты. Ҡыҫҡаһы – яҙға илдә ҡышҡы ваҡыт яңынан ҡайтарылыр тип көтөлә.

         Рәсәй хөкүмәтенең 2013 йылдағы эшмәкәрлеген президент декабрҙәге ҙур матбуғат конференцияһында, белеүебеҙсә, ҡәнәғәтләнерлек  тип баһаланы.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии