Республикала - мәҙәниәт йылы

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта промоутер -  Заһир Зәки улы Ҡотлосурин, элемтәлә -  Нефтекама филармонияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев. 

Асыҡ студия
Республикала - мәҙәниәт йылы
Асыҡ студия

Гүзәл Ситдиҡова. Бөгөн мин һеҙгә бер генә һорау әҙерләнем, ҡалған һорауҙар шуға бирелгән яуаптарҙан сығып яңғыраясаҡ. Мәҙәниәт йылында төп иғтибар нимәгә бирелергә тейеш? Атап әйткәндә, ниндәй мәсьәләләр сиселеш көтә? 

Рәйес Исмәғилев.

Әлбиттә, Мәҙәниәт йылында төп йүнәлеш   сәнғәт, мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш. 21-се быуат мәҙәниәтенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.  Беҙҙең ҡалаға килгәндә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән концерт менән киләләр. Улар тулы залдарҙа үтә, шулай уҡ үҙебеҙҙең филормония артистарының сығыштары ла аншлаг менән үтә.

Минең ҡарамаҡҡа талантты ауыл ерҙәренән ынйы бөртөгө кеүек сүпләп алып, Рәсәй, сит ил сәнғәт йорттарында уҡытыу зарур. Был эште Мәҙәниәт Министрлығына йөкмәтеү дөрөҫ булыр ине.

Заһир Ҡотлосурин. Былтыр беҙҙең Мәҙәниәт Министрлығы тарафынан иғлан ителгән Гранттар системаһы  мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур аҙымдарҙың береһе. Донъяуи кимәлдә Грант системаһы буйынса эшләү ҡаралған. Был йәһәттән беҙ ситтә ҡалырға тейеш түгел инек. Ғөмүмән, республика мәҙәниәтенә килгәндә, Башҡортостандың күп милләтле булыуын күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ. Башҡортостан мәҙәниәтен  үҫтереү – милли мәҙәниәтте үҫтереү тигәнде аңлата.

Беҙ һәр саҡ сифатҡа ынтылырға тейешбеҙ. Беҙҙең халыҡҡа ныҡышмалылыҡ, үҙ һәләтеңде  үҫтереү өлкәһендә даими эшләү етешмәй.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти