Капиталь ремонт.

Гүзәл Ситдиҡова. Республикала капиталь ремонт буйынса программа ҡабул ителде. Һәм ул программаны Төбәк операторы фонды төҙөнө.  Башта уҡ ике әйбергә асыҡлыҡ индерәйек. Төбәк операторы фонды нимә өсөн булдырылды һәм был программа үҙ эсенә нимәне ала?

Асыҡ студия
Капиталь ремонт.
Асыҡ студия

Хәлиҙә Ҡаҙаҡбаева. Төбәк операторы фонды Башҡортостан хөкүмәтенең 2013 йылдың ҡарары нигеҙендә ҡабул ителде. Был ойошма халыҡтың взностары һәм бюджет аҡсаларын эффекетлы файҙаланыу иҫәбенә, республикала капиталь ремонт темптарын тиҙләштерелгә саҡырылған.

- Йәғни 1  ғинуарҙан эшләй башлаған яңы закон ниндәй закон ул?

Хәлиҙә Ҡаҙаҡбаева. Беренсе ғинуарҙан эшләй башлаған 694-се закон республикалағы күп һанлы квартиралы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу тураһында бара.

-Аҡса ҡайҙан киләсәк һәм нисек ҡулланыласаҡ?

- Хәлиҙә Ҡаҙаҡбаева.Ҡарарға ярашлы,  фатир хужалары үҙҙәренең махсус иҫәптәренә, ай һайын аҡса күсерә ала. Мин халыҡҡа аҡсаларын Төбәк операторға күсерергә тәҡдим итер инем, сөнки инфляция көндән-көн арта, башҡарыласаҡ эштәрҙең һәм төҙөлөш материалдарҙың хаҡы  йылдан–йыл арта барасаҡ, шулай булғас, йортто капиталь ремонтлау өсөн аҡса йыйыу ун йылға тиклем һуҙылырға мөмкин. Икенсе төрлө әйткәндә, йыйылған аҡсаларҙың етмәүе лә мөмкин. Кредит алыу өсөн банкка мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Ә был өҫтәмә сығымдар талап итә. Белеүегеҙсә, һәр кредит өсөн процент түләргә кәрәк. Ә төбәк операторҙа йыйылған аҡсалар шунда уҡ эшкә ҡушыласаҡ һәм ремонт эштәре теүәл график буйынса башҡарылып сығасаҡ. Ошо йәһәттәге маҡсатлы программа менән республиканың хоҡуҡ мәғлүмәте  сайтында танышырға мөмкин.

-Барыһы өсөн да шарттар бармы? Бер өй ҙә ла ситтә ҡалмаясаҡмы? Бөгөн нисә йорт капиталь ремонтҡа мохтаж?

- Барыһы өсөндә шарттар бар бер өйҙә ситтә ҡалмаясаҡ бөгөнгө көндә  ун ете меңдән ашыу йорт ремонтҡа мохтаж.

Ринат Ғарипов Барыһы ла иҫәпкә алынған. 30 йылға программа бар, 2043 йылға тиклем. Бөтөн ремонт шуның эсендә тормошҡа ашырыласаҡ.

- Капиталь ремонт өсөн нисек түләргә икәнен ТСЖ һәм кооперативтар  үҙҙәре хәл итәсәк: төбәк операторымы әллә  шәхси  иҫәпме? Плюстар һәм минустар ҡайҙа? Йәғни, һайлау мөмкинлеге бармы?

Ринат Ғарипов.  Төбәк операторҙа аҡса йыйғанда бөтөн республика буйынса йыйыла, шуға күрә һәр йортҡа  аҡса бүленеп ремонтлап була. Ә махсус иҫәптә йыйғанда бер генә өйҙөң аҡсаһы ошо өйгә генә йыйыла, оҙаҡ  унар йыллап йыйырға кәрәк  буласаҡ. Инфляция уны бөтөрәсәк бит инде, шуның өсөн әлбиттә  төбәк операторҙа йыйыу дөрөҫөрәк буласаҡ. Шулай ҙа һайлау мөмкинлеге бар. Халыҡ өй хужалары менән бергә үҙе һайлай.

- Аҡса йыйылды, халыҡ һеҙгә аҡсаны бирҙе ти, артабан Хөкүмәттең ҡатнашы ниндәй буласаҡ? Өҫтәмә финанслау буласаҡмы, юҡмы?

Ринат Ғарипов. Булырға мөмкин, ул  аҡса ҡайҙа йыйылыуын (төбәк операторҙамы, махсус иҫәптәме) әле  асыҡ ҡына әйтеп булмай.

 Хәлиҙә  ТО был аҡсаны үҙ файҙаһына тотона алмаясаҡ. Өҫтәп шуны әйтәйем: төбәк оператор эшмәкәрлеге республика бюджеты иҫәбенә ойошторола.

- Әллә ремонтына ҡарапмы? Мәҫәлән, 2 ҡатлы сталинкалар, 12 ҡатлы йорттар бар. 12 ҡатлы йорт аҡсаны тиҙ йыясаҡ, ә ике ҡатлыла, йә 5 ҡатлы хрущевкала  йәшәгән пенсионерҙарҙың ул аҡсаны ғүмерҙә лә йыйып бөтмәүе мөмкин. Нимәлер етмәй икән, фонд үҙе түләйсәкме?  Ниндәйҙер субсидиялар?

Ринат Ғарипов. Фондта  субсидиялар булырға мөмкин, ләкин бөгөн асыҡ ҡына яуап юҡ әле.

Хәлиҙә Ҡаҙаҡбаева. Айырыуса, күп ҡатлы йорттарҙа аҡса күберәк йыйыласаҡ, 2-3 ҡатлы йорттарҙа аҡса аҙыраҡ йыйыласаҡ. Шуға күрә беҙ взносты  Төбәк операторҙа йыйырға тәҡдим итәбеҙ .

-  Ниндәй Ремонт төрҙәре ҡаралған?

 Ринат Ғарипов. 7 төр эш инә. Беренсенән,  өй эсендә булған йылы һалҡын һыу булған һәм газ   торбалар алышынырға тейеш, мохтаж булған өйҙәрҙә  лифтты ремонтлау  йә алыштырыу, өй түбәләрен,  фасадтарҙы,  фундаменттарҙы йылытыу һәм ремонтлау,  подвалдарҙа ремонт,  берләштергән приборҙарҙы алыштырыу мөмкинселеге буласаҡ.

Гүзәл Ситдиҡова. Ә ремонттың сифаты өсөн кем яуап бирә тигән һорауға яуап алыу өсөн  ысынлап үҙегеҙ йәшәгән подъезға күҙ һалығыҙ. Йә күршеләрҙекенә. Шул етә. Капиталь ремонт ни өсөн бер ваҡытта капиталь түгел һәм шул тиклем капиталды ала тигәне лә өлөшләтә шуға ҡайтып ҡала. Кем белә, бәлки, үҙ кеҫәбеҙҙән тағы ла күберәк сығарып түләй башлаһаҡ, йәшәгән йортобоҙға ҡарата вандаллыҡ осраҡтары кәмер. Кем белә. "Асыҡ студия". Мәсьәлә асыҡ ҡала.

Фото №1 - Капиталь ремонт.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти