Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Өфө районы һәм ҡалаһы ветеринария станцияһы етәксеһе Әнүәр Туҡаев. “Асыҡ студияның” был сығарылышында ниәтебеҙ - ветеринария хеҙмәттенең уҙған осорҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһау, республикалағы эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлгә баһа биреү.
1 ғинуарҙа Республика президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы донъя күрҙе. Ҡариҙел районы Хорошаево ауылында йорт хайуандарының ҡотороу сире сәбәпле карантин индерелде. Карантин ваҡытында ауылда хайуандар менән сауҙалашыу, бесәй, эттәрҙе ауылдан сығарыу тыйылған. Йыл дауамында йорт хайуандары ҡотороу сәбәпле карантин Саҡмағош, Яңауыл, Ҡыйғы, Кушнаренко райондарының ҡайһы бер ауылдарын да ла индерелде.
Әнүәр Даминдар улы. Был сир кешелек донъяһы ергә тыуғандан алып теркәтелгән, тигәндә лә була. Әлбиттә, уға ҡаршы медицина, ветеринария өлкәһендә эшләүсе белгестәр эш алып бара. Элегерәк был сир яҙ көндәре теркәлһә, хәҙер йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә уның менән осрашырға тура килә. Был сиргә ҡаршы көрштең иң эффектлы алымы- вакцинация үткәреү.
2013 йылда респулика райондарында ошондай 28 осраҡ теркәлде.
Әнүәр Даминдар улы. Ҡариҙел районы Хорошаево ауылындағы хәл 2013 йылда теркәлгән һуңғы осраҡ. Республика буйынса шундай миҫалдарҙы килтергәндә, мәҫәлән, Иглин районында бүренән өс кеше зыян күрҙе, Кушнаренко районында мәктәп уҡыусыһына төлкө ташланды, Мәләүездә көҙ бәшмәк йыя сыҡҡан ир айыу тырнағынан үлде һәм башҡалар. Ҡариҙелдә кис хужа урамына сыҡҡанда үҙенең эте ташлана, өс урындан тешләй. Ул шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итә, ваҡытында ярҙам күрһәтелә. Районда 1 ғинуарҙан ике айға карантин иғлан ителеп, комплекслы эш алып барыла. Биләмәлә көнөнә өс тапҡыр тикшереү үткәрелә/
- Башҡаса шундай осраҡ күҙәтелмәйме? Йыш ҡына беҙ “ҡоторған төлкө” кеүегерәк һүҙбәйләнеште ишетәбеҙ. Ҡырағай хайуандар ауылдарға килә, малды тешләүе ихтимал, ҡайһы саҡ кешеләргә һөжүм итә. Белеүемсә, ҡотороу – дауалап булмай торған вируслы сир. Ғөмүмән, Әнүәр Даминдар улы, ошо ауырыу хаҡында тулыраҡ аңлатһағыҙ ине. Сиргә ҡаршы ниндәй саралар ҡулланыла?
Әнүәр Даминдар улы. Хужалыҡта ошо сирҙе үҙенә йоҡторған хайуан, эт-бесәйҙәр вакцинациялана һәм улар күҙәтеү аҫтында була.
Әгәр ҙә ауыл урамдарында, улай ғына ла түгел ҡырҙа кешенән, траспорттан ҡурҡмаған хайуандар осрай икән, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
- Малдар төрлө ауырыуҙарға тарымаһын өсөн хужалар нәмәгә иғтибар итергә тейеш, бөгөнгө көндә ниндәй сирҙәрҙән айырыуса һаҡ булыу талап ителә?
Әнүәр Даминдар улы. Иң ныҡ борсоған сирҙәрҙең береһе булып бурцулез тора. Был сир электән килә. Уны йышыраҡ эре малдарҙа осратырға була. Шулай уҡ һарыҡ та, атта ла, эттәрҙең дә сирләүе ихтимал. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, ул кешегә лә йоғоусан. Рәсәй буйынса мәғлүмәт алып торабыҙ, был сир күрше Татарстан, Ырымбур өлкәһендә лә теркәлгән. Әлбиттә, һуңғы бер-ике йылда беҙҙә булғаны юҡ. Шулай ҙа санитар талаптарҙы үтәү зарур.
- Һуңғы осор сусҡаларҙың африка тағуны сире, бешмә (ящур), эхинококкоз, бруцеллез, ҡош киҙеүе һәм был исемлекте артбан да дауам итергә була һәм был ауырыуҙар тураһында күп һөйләнелә. Был сирҙән һаҡланыу саралары ниндәй? - Хужаларға ниндәй профилактик саралар күрергә кәңәш итер инегеҙ? Ниндәй преператтарҙы малдарға бирергә кәрәк?
Әнүәр Даминдар улы. Тәү сиратта вакциналар үткәреү. Вакциналар үҙәкләштерелеп алына. Уның өсөн федераль, республика бюджетынан аҡса бүленә. Мәжбүри үткәрелә торған саралар өсөн хужалар дарыуҙар һатып алырға кәрәкмәй. Календар сроктарға ярашлы, профилактика эштәре атҡарыла, алдан уҡ иғландар яҙып эленә. Халыҡты алдан иҫкәртеү йәһәтенән урындағы активта булышлыҡ итә.
- Йыл һайын тиерлек яҙға табан, ҡайһы саҡ йыл дауамында ла, ауылдарҙа һәм хатта ҡалаларҙа ла берәҙек эттәр күп осрай. Улар ғәҙәттә өйөр менән йөрөйҙәр һәм йыртҡыс ҡырағай хайуандарҙы хәтәрләтәләр. Сөнки эттәрҙең уйында нимә булғанын белем булмай, тигәндәй. Улар кешегә лә ташланырға мөмкин, йорт-ҡураларҙағы ҡош-ҡортҡа, һарыҡтарға һөжүм итә. Эйәһеҙ эттәр шулай уҡ төрлө сир таратвусылар ҙа булыуы мөмкин. Уларҙы юҡ итеү сараһы бер – эттәрҙе аталар. Әммә бындай күренеш йәмғиәттә ҡапма-ҡаршы ҡараш тыуҙыра. Бер яҡтан, эттәрҙе атып беҙ үҙебеҙҙең кешелекһеҙлегебеҙҙе, рәхимһеҙлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ, икенсе яҡтан – берәҙек хайуандарға гуманлы мөнәсәбәт киләсәктә ҙур бәлә менән әүерелеүе бар.
Әнүәр Даминдар улы. Көн үҙәгендә торған мәсьәләгә ҡарата халыҡ араһында төрлө фекер йөрөй. Ысынбарлыҡта эттәрҙе атырға ярамай. Был бигерәк тә ауыл биләмәләренә ҡағыла. Кем еттте шуға мылтыҡ тотоп йөрөү тыйыла. Берәҙәк эттәр менән махсус ойошторолған, юридик көскә эйә бригадалар эшләргә тейеш.
- Әлбиттә, берәҙәк эттәрҙе, бәсәйҙәрҙе уларға зыян килтермәй генә тотоп, хайуандар приюттарына алып барырға мөмкин. Әммә ошондай ойошмалар юҡ бит, булһа ла уларҙы Республикала бармаҡ менән һанарлыҡ. Берәҙек хайуандар булыуҙа кем ғәйепле һәм кем яуаплы?
Әнүәр Даминдар улы. Бала уйынсыҡ менән уйнап ялҡһа, ташлауы ихтимал. Ә эт-бесәйҙәр тере йән. Шуның өсөн уларҙың иҫәбен алып барғанда хужаһын табыуы ауыр булмаҫ ине. Бәлки ул эт-бесәйҙе хужаһы эҙләп, таба алмай йөрөйҙер.
- Йыл башында үткәндәргә баһа биреү, ағымдағыһына уй-ниәттәр билдәләү, проблемаларҙы асыҡлау йолаһы бар йәмғиәттә. Уҙған йыл ветеринария хеҙмәте өсөн нисек булды, ниндәй эштәр бойомға ашырылды, ниндәй мәсьәләләр әле лә хәл итеүҙе талап итә?
Әнүәр Даминдар улы. 2012 йылдың апрель айында республика Президенты Указы буйынса ветеринария хеҙмәте эсендә ,,Территориаль күҙәтеү органы,, барлыҡҡа килде. Талап менән бергә ветеринал-санитар талаптар ҙа үҙгәрә. Лаборатор ветсанстанциялар махсус ҡоролмалар менән тәъмин ителергә тейеш.
- Хәҙер ҙур ойошмалар — колхоз, совхоздар — тарҡалды. Элек фермалар эргәһендә махсус үләкһә соҡорҙары бар ине. Хәҙер был эште күпмелер кимәлдә алып барырға тырышалар, шулай ҙа тейешенсә түгел. Бындай соҡорҙарҙың булмауы төрлө ауырыуҙың таралыуына ла килтереүе бар бит...
Әнүәр Даминдар улы. 2013 йыл беҙҙең хеҙмәт өсөн уңышлы йылдарҙың береһе булды тигәндә лә була. Үләкһә соҡорҙары буйынса юл картаһы үҙ эшен башлап ебәрҙе. Уның өсөн республика бюджетенан махсус аҡса бүленде. 44 үләкһә соҡороябылды. Киләсәктә йән 146 үләкһә соҡорҙарына аҡса бүленәсәк.
Бөгөн беҙ ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлеге, ошо өлкәгә ҡағылышлы төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ.
Өфө территораль ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә теләүселәр түбәндәге телефон һандары буйынса бәйләнешкә инә ала: 272-90-13, 272-91-20. Вадим Лаврентьев.