"Асыҡ студия"

Автор: Һәләтле бала тигән төшөнсә үҙ эсенә нимәләрҙе ала. Уның талантына ниндәй талаптар буйынса баһа бирергә бул? Бала һәләтлеме, юҡмы, быны асыҡлауҙың ышаныслы юлдары бармы? 

Асыҡ студия
"Асыҡ студия"
Асыҡ студия

Флорида Фәхретдинова: 

Һәләтле бала төшөнсәһе ул бик ҡатмарлы  күренеш. Ғөмүмән алғанда, һәләтлелек ул һәр кешегә  хас сифат. Шуға күрә һәр баланы ла  мотлаҡ рәүештә һәләтле тип ҡарарға тейешбеҙ.  Һәләтле бала категорияһына  бер яҡтан ул  - ҡайһылыр йүнәлештә һәләттәре  асылған, һәләттәре күренеп торған бала булыуы йәки икенсе яҡтан ҡарағанда һәләттәре әле асылмаған, әле потенциалда  ғына күҙаллана  торған  балаларҙы индерәбеҙ.  Балаға һин һәләтле, ә бына һин һәләтһеҙ тип һис әйтергә ярамай. һәләттәре асылған балаларҙа яңы төр һәләттәр ҙә  асылыуы ихтимал, сөнки бер йүнәлештә барған һәләт икенсе йүнәлештәге һәләттәре  асылыуға сәбәпсе була ала.  Әйтәйек,  музыкаль һәләте булған баланың художестволы сәнғәт өлкәһендә лә һәләте асылыуы ихтимал, киреһенсә лә булыуы мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта баланың һәләте юғалыуы, ваҡытлыса һүнеп тороуы ла ихтимал, быға ғәҙәти хәл тип ҡарарға, сәбәптәрен асыҡларға, кәңәштәр бирергә,  ярҙам итергә кәрәк. Ата-әсәнән, уҡытыусыларҙан, дуҫтарынан дөрөҫ ярҙам, дөрөҫ ҡараш, мөнәсәбәт   булырға тейеш. Шуға күрә һәләт үҫеше өсөн мотлаҡ үҫеш мөхите  дөрөҫ һәм системалы ойошторолған булырға  тейеш. Шул саҡта ғына уның уңышлы һөҙөмтәһе була.

Бөгөнгө көндә балалар һәләтенең төрҙәрен, үҫешен, формалашыуын билдәләргә ярҙам иткән диагностика булдырылған. Һәләтлелек диагностикаһында күҙәтеү, әңгәмәләшеү, һорауҙарға  яуап, һәләт үҫеше өсөн кәрәкле  шәхес сифаттары алымдарын ҡулланыу тора.  Һәләт үҙ өҫтөндә эшләгән кешелә генә юғары кимәлгә етеп, талант булып формалаша.  Ни тиклем иртә эш башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтә лә яҡшыраҡ.  Ләкин был алымдарҙы, методиканы  дөрөҫ ҡулланыу, ата-әсәләргә уларҙы өйрәтеү  отошло.

-Һеҙ тап ошондай һәләтле балалар менән эшләй алырлыҡ белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнәһегеҙ ҙә инде. /Ошо урында ҡыҫҡаса үҙәк, уның төп маҡсаттары тураһында/

Беҙҙең һәләтте үҫтереү ғилми-методик үҙәге 2002 йылдан ашыу, бына 10 йылдан артыҡ инде, уҡытыусыларҙы балалар һәләтен  үҫтереү  методикаһына өйрәтә, бөгөнгө көндә  биш меңдән артыҡ уҡытыусы махсус әҙерлек үтте, йыл һайын  800 -ҙән артыҡ уҡытыусы  әҙерләнә. Беҙ  иң беренсе сираттта мәктәптәр менән эшләйбеҙ. Уҡытыусылар өсөн ғилми-методик конференциялар, семинарҙар, форумдар һәр ваҡыт һәләтле уҡыусыларҙың һөҙөмтәләрен күрһәтеү аша  үткәрелә, алдынғы эш тәжрибәһен республика кимәлендә һәм башҡа региондарға ла таратабыҙ, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Мәскәүгә конференцияларға, форумдарға алып барабыҙ. Район һәм ҡалалар  менән сайт булдырыу,  «Башҡортостандың һәләтле балалары» банкыһына юғары кимәлдәге һөҙөмтәләрҙе туплау, балалар өсөн конкурстар уҙғарыу ,  эксперименталь ғилми-методик эш ойоштороу кеүек саралар аша  алып барыла. Шулай уҡ һәләтлелек үҫтереү йүнәлешендә  региональ һәм федераль мониторинг ойошторола.

Бынан тыш беҙ балалар өсөн махсус республика кимәлендәге конкурстар ҙа ойошторабыҙ: Был кесе фәндәр рамкаһында уҙғарылған  «Йәш ғалим» конкурсы, «Баҫҡыстар»тип аталған  халыҡ-ара конкурс, «Башҡортостан өмөтө»  форумы.  Быйыл беҙ  конкурс һәм олимпиадаларҙың региональ этаптарын  үткәреүгә  лә иғтибар бирә башланыҡ.

-Балаларҙың һәләтен асыҡлау өсөн беҙҙең мәктәптәрҙә ниндәй ысулдар ҡулланыла? Ниндәй тәжрибә майҙансыҡтары бар?

Республикала беҙҙең  үҙәк ҡырҡтан  ашыу мәктәп базаһында системалы эш ойошторҙо. Бик һөҙөмтәле эшләгән республика кимәлендә билдәле гимназиялар рәтендә: Красноусол, Ағиҙел, Нефтекама, Таймаҫ ауылы Көйөргәҙе районы гимназиялары.

Яңы асылған инновацион эш майҙансыҡтары - Бөрйән районында ике мәктәп:  Собханғол, Байназар урта мәктәптәре, Күгәрсен районында –Мораҡ ауылы гимназияһы, Раевка ҡасабаһы гимназияһы, Шамонино ауылы мәктәбе, Яңауыл ҡала гимназияһы ла уларҙан ҡалышмайҙар, төрлө йүнәлештә һәләтлелек үҫтереү системаһы булдырҙылар.

 Был мәктәптәрҙә киң ҡулланылған инновацион алымдарҙың береһе – ул эҙләнеү-тикшеренеү алымы. Шул уҡ ваҡытта баланың фекерләү һәләтен тейешле кимәлдә үҫтереү технологияһы – ул баланы фекерләргә өйрәтеү  дәрестәре. Был махсус курс аша үткән балаларҙың һәләттәре бик тиҙ асыла, мотивация – һәләтлелеккә ынтылышы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта проблема ҡуйып уҡытыу, социаль компетентлылыҡ,  лидерҙар мәктәбе  дәрестәре лә балала шәхес үҫешендә кәрәкле сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итә.

 

-Талантлы балаларҙың үҙҙәре тураһында ла бер-нисә һүҙ. 2013 йылда Башҡортостан уҡыусылары ниндәй асыштар яһаны, иҫтә ҡалырлыҡ ниндәй ғилми эштәр тәҡдим итте?

2013 йылда уҙғарылған конкурстарҙа, әйтәйек, Кесе фәндәр академияһының  «Йәш ғалим» конкурсында  34 муниципаль райондан,  8 ҡаланан, 5 интернат–мәктәптән    216 уҡыусы ( 1-11 кластар) ҡатнашты, 178  эш  ҡаралды,   24  еңеүсе билдәләнде:

         «Лингвистика» номинацияһында  Рамазанов Илсур, 10-сы класс уҡыусыһы «Сибай гимназия- интернаты»нан,   Сибай ҡалаһынан     «Рухи ҡиммәттәр эҙенән» (етәксеһе-  Кәримова А.Р.). Намаҙбаев Йәмиль, Р. Ғарипов  гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы.

 

-Һәләтлеләр ҡалала күберәкме, әллә ауылдамы?

- Һәләтле балалар банкыһы мәғлүмәттәре буйынса фекер йөрөткәндә, һәләтте үҫтереүгә ҡайҙа күберәк иғтибар бирелә, шунда һәләтлеләр күберәк, һөҙөмтәләре лә яҡшыраҡ,  тип ҡарарға кәрәктер. Быға  районда йәки ҡалала социаль факторҙарҙы хәл итә белеү,  балалар өсөн үҫтереүсе  мөхит булдырыу ҙа  тәьҫир итә. Район етәкселәренең, ауыл хакимиәте етәкселәренең ниндәй позицияла булыуы ла бик мөһим. Булған аҡсаны балаларға  бирмәй, уларҙы конкурстарға, олимпиадаларға ебәрмәй  ултырған район, ҡала  етәкселәре лә юҡ түгел. Йәки тик спортҡа иғтибар биреп, башҡа һәләттәрҙе күрмәгән мәктәп директорҙары ла осрай.  Баланың күңелен, мөмкинлеген  үҫтереүсе шарттар   булдырыу, ата-әсәләр менән яҡшы бәйләнеш   кеүек  факторҙар булһа эш алға бара.

-Уҡыусылар үҙ проекттары менән ниндәй сараларҙа сығыш яһай ала? Республикала, Рәсәйҙә, хатта донъя кимәлендә?

Һәләтте үҫтереүгә йүнәлтелгән  конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк: улар « Киләсәк интеллекты»  тип аталған Рәсәй кесе фәндәр академияһы конференциялары,  «Йәшлек. Фән. Культура.», «Фәнгә тәүге аҙымдар», «Белем һәм ижад» олимпиадалары. Шулай уҡ был конкурстарҙың тәүҙә әйтеп үтелгәне Туймазы ҡалаһында апрель айында уҙғарыла.

-Һәләтле балалар өсөн айырым мәктәп кәрәкме?

Ҡайһы бер махсус һәләттәр өсөн бик кәрәк. Дөйөм һәләтлелек үҫтереү һәр мәктәптә лә мөмкин. Айырым бер йүнәлештәге һәләттәрҙе күтәреү ҙә бик отошло. Бер ваҡиға. Төркөмдәр булдырыу ҙа бик файҙалы.  Баланың  ынтылышы ҡайҙа икәнен күреп, шуны шул йүнәлештә үҫтерергә кәрәк.

Мәктәп уҡыусылары араһында фәнде популярлаштырыу башланды. Миҫалға “Академия сәғәте”, “Балаларға – фән” тип аталған проекттарҙы килтерергә була. Фәнгә һөйөү тәрбиәләү өсөн был уңышлы алым тип иҫәпләйһегеҙме?

Йәш ғалимдарға шуны әйтке килә. Фәнгә һөйөү, асыштар яһай белеү тормошто матурлай, уны мәғәнәле итә. Хәйбулла районында элекке йыл бик матур ял ойошторҙолар, мин ышанам, улар бәлки ғалим булмаҫ, ләкин тормоштағы проблемаларын ҡайҙа булһа ла уңышлы хәл итерҙәр, үҙ өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшерҙәр тип уйлайым.

-Флорида Рәшит ҡыҙы, һеҙгә һуңғы һорау. Һәләт – шәхестең ижадкәр байлығы һәм ул тормоштоң, ғүмерҙең төрлө баҫҡыстарында асылыуы ихтимал тиҙәр. Һеҙ быға ышанаһығыҙмы?

Федор Иванович Тютчев Германияла консул  эшен  алып барғас, шиғырҙарын баҫтырып сығара алмай. Рәсәйгә ҡайтҡас ҡына тәүге шиғырын баҫтыра, 74 йәшендә генә билдәле шағир булып китә. Кешелә һәләт булһа,  ул юл  ярып сыға, тормоштоң һәр этабында ул асыла ала. һәр кеше уңышлы булырға тейеш. Һәләтлелектең бер проценты ғына беҙҙең гендарға һалына, кешенең ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, нимәнелер башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыуы  булып сағыла, әммә 99 % кешенең үҙ  һәләте өҫтөндә эш алып барыуынан тора, шул саҡта ғына таланттар һәм  генийҙар үҫеп сыға. Зөһрә Арсаева.

Фото №1 - "Асыҡ студия"
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии