Башҡортостан эҙәрмәндәр фонды эшмәкәрлеге.

Айгөл Хисамова.     Әңгәмәбеҙҙе бөйөк рус полководецы Александр Суворов һүҙҙәре менән башлағы килә"Һуңғы һалдат ерләнгәнгә тиклем һуғыш тамам була алмай". Әйткәндәй, республиканың үҙәк эҙәрмәндәр фонды был һүҙҙәрҙе девиз итеп тә алғаншикелле?

Асыҡ студия
Башҡортостан эҙәрмәндәр фонды эшмәкәрлеге.
Асыҡ студия

Рәфҡәт Зөлҡәрнәев. Хаҡ һүҙҙәр. Һуғышта  күпме һалдат һәләк булған, күпмеһе хәбәрһеҙ юғалған.  Эҙәрмәндәр отрядттарының төп бурысы әлеге девизды бойомға ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыу.

Билдәле сығанаҡтар буйынса, республикалағы эҙәрмәндәр үҙ эшен рәсми рәүештә 2006 йылдың 27 апреленән алып башҡара башлай. Быға ниндәй ваҡиға йәки йәмәғәт хәрәкәте булышлыҡ итте?

Рәфҡәт Зөлҡәрнәев. 2002  йылдың 26 декабрендә Өфөлә республика конференцияһы үтте. Шул сарала ,,Республика эҙәрмәндәр фонды,,на нигеҙ һалына. Был әлегәсә республикала эшләп килгән эҙәрмәндәр ойошмаһын берләштереүсе фонд булараҡ үҙ эшен башлап ебәрә. Өфө администарцияһы тарафынан айырым бина бүленә.

Әйткәндәй, шул уҡ 2006 йылда баш ҡала округы хакимиәте фондҡа айырым бина ла бүлә һәм шул ваҡыттан алып проблемалар ҙа, төрлө мәсьәләләр ҙә еңелерәк хәл ителә башлана. Экспедициялар үткәреү буйынса уңыштар ул осорҙа нисек торған һәм хәҙерге ваҡытта уның хәле нисек?

Рәфҡәт Зөлҡәрнәев.Фондтың матди-техник хәле нығытылғас, транспорт, кәрәкле ҡорамалар һатып алына. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, эҙләнеү эштәре күпселек осраҡта яҙҙан көҙгә тиклем алып барыла. Һаҙлыҡтар, ҡуйы урмандар аша үтергә тура килә.

Йыл һайын отрядтың эҙләнеү һәм тикшереү экспедицияларында яҡынса 45-тән алып 200-гә тиклем кеше ҡатнаша. Улар кемдәр? Бар эште тәғәйен кешеләр – студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр башҡарамы йәки унда теләгән һәр кем ҡатнаша аламы?

 Рәфҡәт Зөлҡәрнәев. Теләге, сәләмәтлеге булған һәр кем тиерлек ошондай экспедицияларҙа ҡатнаша ала. Күпселек осраҡта уҡыусы балалар, студенттар ҡатнаша  һәм оло йәштәгеләр ҙә осрай. Төркөм экспедициялар башланғанға тиклем туплана.

Былтыр республиканың эҙәрмәндәр фонды 10 йыллығын билдәләне. Ун йыл эсендә 500-гә яҡын хәрбиҙең шәхесе асыҡланған. Улар ниндәй отрядтар ҡатнашлығында табылған? Башҡа төбәктәр менән хеҙмәттәшлек ниндәй кимәлдә?

 Рәфҡәт Зөлҡәрнәев.  17 ғинуар көнө ,,Комсомольская правда,, газетаһында шундай мәғлүмәт донъя күрҙе: Германияла  беҙҙең һалдаттар ерләнгән ерҙе тәрбиәләүселәр   бында ерләнеүселәрҙең яҡындарын табышыуҙы  һорап мөрәжәғәт итә. Исемлеккә ингән 62 кеше араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Баҡалы егете Мостаһим Байбулатов та бар. Дәүләт архивы документтары ярҙамында шуны асыҡланыҡ: хәбәрһеҙ юғалған, Мәскәүҙә В.И. Ленин исемендәге хәрби училище тамамлаған, һуғышта политрук була. Шулай уҡ туғандары хаҡында мәғлүмәт теркәлгән. Германия документтары буйынса Мостаһим Байбулатов һуғыштың тәүге көндәренән 1941 йылдың 28 июнендә хәрби офицерҙар өсөн махсуслаштырылған лагерға эләгә. Уның исеме һис шикһеҙ Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ,,Хәтер китабы,,на индереләсәк.

Әлеге көндә республикала 20-нән ашыу эҙәрмәндәр отряды һанала. Өфөлә мин белгәндәре 4:  "Обелиск", "Эҙләнеү",  "Ватан", "Росстань". Тағы ниндәйҙәре барлыҡҡа килде? Уларҙың эш емештәре?

 Рәфҡәт Зөлҡәрнәев. Беҙҙең экспедициялар һөҙөмтәһе булып  меңгә яҡын офицер, һалдаттың әйбере табылды, исемдәре тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтты. Өс самолет экипажы,  ТТ-34 танкы тураһындағы мәғлүмәттәр раҫланды. Башҡортостан буйынса алғанда, һәр һалдаттың исеме асыҡланып, ,,Хәтер китабы,, на индерелер тип уйлайбыҙ. 

"Мәңгелек ут" һәйкәленә уйылып яҙылған, бала саҡтан һәр беребеҙгә таныш һүҙҙәр - "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай". Айгөл Хисамова.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ