Ваҡытты күсереү һәм күсермәү мәсьәләләре.

  Рәсүл Сәғитов. Был аҙнала, дүшәмбелә, Рәсәйҙә күптән көтөлгән закон проекты донъяға сыҡты. Көтөлгән, сөнки беребеҙ ҙә унан азат була алмаған төшөнсә – ваҡыт тураһында ул. 2011 йылда, ул саҡта дәүләт башлығы вазифаһын биләгән Медведев тарафынан, Рәсәйҙә даими йәйге ваҡыт индерелгәйне бит. Бының йәмғиәттә оло бәхәс тыуҙырғанын да иҫләйбеҙ. Беҙҙә, әлбиттә, әле тәғәйен һандар юҡ, шулай ҙа күпселектең йәйге ваҡытты хушһынмағанын беләбеҙ – ҡышын, бына, әле, мәҫәлән, бик һуң яҡтыра. Хәҙер инде беҙгә даими ҡышҡы ваҡыт тәҡдим ителә. Дөрөҫ буламы ул?  Ә ни өсөн тап йәйге ваҡыт урынлашты? Ғөмүмән, даимилыҡ кәрәкме? Әллә, заманында булғанса, сәғәт уҡтарын күсерә тороу барыбер ҙә һәйбәтерәкме?  

Асыҡ студия
Ваҡытты күсереү һәм күсермәү мәсьәләләре.
Асыҡ студия

  Думаның закон проектын ҡарай башлау көнө әлегә билдәһеҙ, һәр хәлдә Олимпиада бөтмәйенсә булмаҫ. Ә ул шул килеш ҡабул ителһә сәғәт уҡтарын бер сәғәткә артҡа күсерәбеҙ, артабан инде бының менән булышмайбыҙ, даими ҡышҡы ваҡыт урынлаша. Шул килеш ҡабул ителһә, тинек, сөнки мәсьәлә буйынса етди фекер алышыу көтөлә һәм ниндәйҙер башҡа үҙгәрештәрҙең дә булыуы ихтимал. Ғөмүмән, проекттың түбәнге палата аша үтеүе ҡатмарлы булыр, тип белдерелә, закон авторҙарының бер өлөшө хатта документтан ҡултамғаларын кире алған, тигән мәғлүмәт тә бар.

Ә фекер алышыу кәрәк, әлбиттә, проекттың һәр хәрефен ентекле ҡарау хаҡ, сөнки хаталарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Юғиһә 2011 йылда, ваҡыт иҫәбе буйынса закон ҡабул ителгәндә, Дмитрий Медведев сәғәт уҡтарын миҙгелгә ҡарап үҙгәртеүҙән баш тартырға тәҡдим итте һәм даими йәйге ваҡыт ҡалдырылды. «Ни өсөн тап йәйге, ә ҡышҡы түгел?» - тигән һорауҙы ҡуйғайныҡ инде, бына яуап - сөнки хөкүмәттең ошо хаҡтағы ҡарары августа ҡабул ителде. Йәйге ваҡыт илдең 7 төбәге өсөн генә астрономик булып тора икән, яңы закон уны 67 субъектта урынлаштыра. Бөгөн  субьекттарҙың Рәсәйҙә 83 икәнен күҙ уңында тотһаҡ. Ҡалғандары нисек йәшәйҙер инде был законға ярашлы?...

   Ләкин Башҡортостан өсөн эш бының менән генә лә бөтмәй. Белеүебеҙсә, 2010 йылдан Рәсәйҙә сәғәт бүлкәттәре һаны 11-ҙән 9-ға ҡалдырылды. Плюс 1 тигән ваҡыт бөтөнләй ғәмәлдән сығарылды, уларға Һамар өлкәһе менән Удмуртия инә ине. Хәҙер әлеге плюс 1-ҙе тергеҙеү тәҡдим ителә һәм 10 бүлкәт килеп сыға. Беҙҙең республиканы Урал бүлкәтенән шулар араһындағы өсөнсө бүлкәткә күсерергә теләйҙәр, ә был – әлеге плюс 1-ҙең үҙе була ла инде – Мәскәү менән айырма бер сәғәткә генә ҡалдырыла. Әгәр шулай булһа беҙҙә ваҡыт, ҡышҡы ваҡытҡа даими күсһәк, бер юлы ике сәғәткә үҙгәрә.

Башҡорт дәүләт университетының физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты, география фәндәре кандидаты Инбер Яппаров менән әңгәмә.

   - Инбер Мөхәмәт улы, һүҙҙе, әйҙәгеҙ әле, тарихтан башлайыҡ. Ул саҡта СССР тип аталған илебеҙҙә йәйге ваҡыт, иҫләйбеҙ, 1981 йылда индерелде. Европа дәүләттәренең тәжрибәһенә таянып шулай ителде. Ә улар сәғәттәрен 1916 йылдан бирле шулай яҙлы-көҙлө күсерә килгән. Быға ул саҡта, 1981-ҙә, нисек ҡаранығыҙ һәм хәҙер нисек ҡарайһығыҙ?

Инбер Яппаров. 1981 йылда электр энергияны экономиялау маҡсатында йәйге ваҡытҡа күсеүгә форсат бирелә.  Иң беренсе ошо мәсьәлә 19 быуаттың башында күтәрелгән булған. Уларҙа был хәл 200 йылға яҡын  өйрәнелгән  һәм улар сәнәғәттә электр энергияһын экономиялау  маҡсатында тип йәйге ваҡытҡа күсә башлайҙар. Уны бер нисек тә үҙгәртмәйенсә СССР ваҡытында электр энергияһын экономиялайбыҙ  тип   йәйге ваҡытҡа күстеләр. Оло быуын  кешеләре хәтерләйҙер,  иртән радионан һауа торошон әйткәндән һуң  “Бөгөн Өфөлә  электр энергияһын ҡулланыу  3-сө, 4-се категорияла” тип әйтә торғандар ине.  Ысынлап та ул ваҡытта электроэнергия етмәй ине, шуның өсөн сәғәтте күсереп экономиялайбыҙ тип уйлағандарҙыр. Тик иҫәпләп ҡарауҙар күрһәтә: экономиялау  ярты проценттан да әҙерәк булған, ә кеше һаулығына күпме зыян килтерелде. Ошо турала әйтмәнеләр. Ул ваҡыттағы реформаға ҡаршы инем.

- Ваҡытты күсереү һәм күсермәү кешенең һаулығына нисек йоғонто яһай?

Инбер Яппаров. Францияла сәғәтте күсереүҙе иң беренсе хайуандарҙа һынап ҡарағандар.  Улар һыйырҙы алғандар.  Ни өсөн? Сөнки һыйырҙан көн һайын һөт һауып алабыҙ. Сәғәтте алға артҡа күсереү  ошоға килтергән: Франция дәүләте  буйынса яҡынса һәр һыйыр йылына 40 литр һөт биреп еткермәгән.  Беҙҙең илдә нисә миллион баш һыйыр бар. Уйлап, иҫәпләп  ҡараһаң, 30 йыл эсендә  күпме һөт алып еткермәгәнбеҙ. Бәләкәй балаларҙы алайыҡ: баҡсаға алып барабыҙ тип иртә уятып йоҡоһонан айырабыҙ. Ә йоҡо һаулыҡ өсөн иң мөһиме... Израиль врачтарының әйтеүенсә, яһалма яҡтылыҡ күп шеш ауырыуҙарына килтерә икән. Әле шуны ныҡлап өйрәнәләр.

      - Ҡытай, Сингапур, Көньяҡ Корея, Япония һәм донъяның тағы 130 дәүләте сәғәт күсереп аҙапланмай.  Ни өсөн?

Инбер Яппаров. Уларҙа халыҡтың һаулығына ныҡ иғтибар итәләр бөтә булған эштәрен ошоға яраҡлаштыралар. Астрономик ваҡыт бар һәм урындағы ваҡыт. Улар үҙҙәренең ваҡытҡа ҡарайҙар Ҡояш сыҡҡанда торалар, батҡанда яталар.  Мөһим эштәрен ҡояш сыҡҡандан ике сәғәт үткәс кенә башлайҙар...

      - Тарихтан белеүебеҙсә, Мәскәүҙә сәғәт уҡтары 1917 йылдан 1930 йылғаса алға-артҡа күсерелә килгән дә, шул 30-сы йылда кире артҡа шылдырылмаған килеш ҡалған.

Инбер Яппаров. 50 йылдан ашыу, 1981-гә тиклем, декрет ваҡыты менән йәшәгәнбеҙ. Бөтә илдә яҙ айында сәғәттәрҙең бер сәғәткә күсеүе көтөлә, шунан 26 октябрҙә, төнгө 2-лә, бөтә ил менән бергә, региондар үҙҙәренең теләктәре буйынса тағы ла бер сәғәткә ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙәре лә,   күсмәүҙәре лә мөмкин. Беҙ күсмәһәк, ул ваҡытта Мәскәү менән айырма бер генә сәғәт була. Мәскәү  менән Өфө арауығы 76 сәғәт- ул бер сәғәт тә 16 минут, ә ике сәғәт түгел.  Ул ваҡытта инде беҙ Мәскәүгә бик яҡын киләбеҙ. Башҡортостан  биләмәләре лә сағыштырмаса бик ҙур. Көндөң оҙонлоғо  Ейәнсурала Яңауылға ҡарағанда  24 минутҡа күберәк.

- Әле беҙгә тәҡдим ителгән бүлкәт, йәғни Мәскәү ваҡыты плюс 1 сәғәт,  Өсөнсө сәғәт бүлкәтенә тап килә, беҙҙең менән бергә, Пермь крайының, Ырымбур өлкәһенең һәм Коми Республикаһының күсере көтөлә. Ә был ваҡыт буйынса йәшәү уңайлы булырмы?

Инбер Яппаров. Һәр бер региондың ниндәй бүлкәткә ҡарауын ныҡлап тикшерер кәрәк, урындағы ваҡытҡа тигеҙләштереп, шунан һуң ғына сәғәттәрҙе шылдырыр кәрәк.  Мәскәү  үҙе 3–сө сәғәт бүлкәттенең аҙағында торорға тейеш. Әле ул 2-се бүлкәттә тора. Ә Башҡортостан  5-се бүлкәттең башына тура килә. Беҙ 4-се бүлкәттә торһаҡ та дөрөҫ һымаҡ. Шуға беҙ тикшереп  ҡайһыһы уңайлы,  шуны һайларға тейешбеҙ.  Халыҡтың, белгестәрҙең фекерен  өйрәнеп һайлайбыҙ инде. Белгестәр аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Беҙ өсөнсө бүлкәттә булырға тейешбеҙ, тиҙәр был дөрөҫ түгел.

   Тапшырыу аҙағында йомғаҡ һүҙе:   Башҡорт дәүләт университетының физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты, география фәндәре кандидаты Инбер Яппаров  менән беҙ бөгөн йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, бәхәстәр тыуҙырған мәсьәлә – ваҡыт тураһында әңгәмәләштек. Уның буйынса һүҙ, бер күтәрелеп, бер кәмеп, күп йылдар буйы бара ине, 2013 йыл аҙағында, белеүебеҙсә, яңы тулҡын булып ҡалҡты, сөнки Рәсәй Дәүләт Думаһы мәсьәләгә 2014-тең яҙында яңынан әйләнеп ҡайтырға вәғәҙәләне. Бәхәсле булыуына ҡарамаҫтан, ул ыңғай хәл ителер, йәғни беҙ даими ҡышҡы ваҡыт буйынса йәшәй башларбыҙ, тип әйтергә нигеҙ бар. Ләкин был техник эш кенә булып сыҡманы, бер юлы икенсе үҙгәрештәр ҙә тәҡдим ителә икән һәм уларҙың береһен бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡараныҡ та инде. Йәғни проект буйынса илдә  10 сәғәт бүлкәте булдырыла, Башҡортостан өсөнсө бүлкәткә яҙылған һәм был Мәскәү менән айырманың  әлегесә ике түгел, ә бер сәғәт булыуын аңлата.

Был турала ҡарар ҡабул ителмәгән әле, нисек булырын Ваҡыт Ғәли Йәнәптәре үҙе күрһәтер.  Рәсүл Сәғитов.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии